RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Күп балалы ғаиләләр ер аласаҡ

12.10.2012 Күп балалы ғаиләләр ер аласаҡ

Президент күп балалы ғаиләләргә ер биреү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Республиканың ҙур ҡалалары ер ресурстарына ҙур ҡытлыҡ кисерә, ә ҡайһы бер райондарҙа, бюджет аҡса күсерһә лә, һаман ер майҙандарын межалау башланмаған. Кәңәшмәлә республика башлығы күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә ер льготалары тураһындағы закондың тормошҡа ашырылыуына бәйле ошондай проблема­лар­ҙы билдәләне.
– Республикала 35 меңдән ашыу ғаиләлә өс һәм унан да күберәк бала һәм 13 мең ғаиләлә инвалид бала тәрбиәләнә. Шуларҙың өс өлөшө генә ташлама менән файҙаланыр­ға әҙер. Участкаларҙы межалау өсөн быйыл 67 млн һум аҡса бүленде, шуларҙың тик 30 миллион һумы ғына тотонолған. Хакимиәттәр башлыҡтарының битарафлығы һәм ҡабаланмауы аптырата. Был мәсьәлә ныҡлы күҙәтеү аҫтында, тимәк, бер генә юл бар – закон талаптарын үтәү, – тине Рөстәм Хәмитов.
ҡайһы бер ҡалалар өсөн ер етмәү оло проблема булып тора. БР ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Рәмил Исҡужин әйтеүенсә, Стәрлетамаҡ ҡалаһына Стәрлетамаҡ районы 400 гектар ер бүләсәк. Салауат ҡалаһына ярҙам итеү өсөн Мәләүез районы етәкселеге менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Ағиҙел ҡалаһы ла ошондай уҡ ярҙамға мохтаж. Әлбиттә, иң ауыр хәл Өфө ҡалаһында.
– ҡала округына 24 ауыл инә, әммә шулай ҙа ер етмәй. Әлеге ваҡытта Нуғайҙа 36 участка бүленгән, Йылҡыбай, Федоровка, Самохваловка ауылдарында – 1359. Сиратта 3,5 меңдән ашыу ғаилә тора, тағы ла 433 гектар ер кәрәк, – тип белдерҙе Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов.
Президент Өфөгә ярҙам итеүҙе өҫтөнлөклө бурыстар­ҙың береһе итеп ҡуйҙы һәм ҡала янындағы райондарҙан мөмкинлек эҙләргә ҡушты. Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса законды ҡалалар үҙҙәренә яҡын урынлашҡан райондар­ҙан да ер алырлыҡ итеп аҙағынаса эшләп еткереү тураһында ҡарар ителде. Шулай уҡ Президент законға, ваҡытында ғариза биреп өлгөргән булһалар, 18 йәше тулһа ла, инвалид балаларға ер бүлеп биреү мөмкинлеген биргән төҙәтмә индерергә ҡушты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә