17.08.2010 Иген һәм он ситкә һатылмаясаҡ
Рәсәй Хөкүмәте һуңғы егерме йыл эсендә тәүге тапҡыр ошондай ҡарар ҡабул итте. Ул йыл аҙағына тиклем үҙ көсөндә ҡала. Бойҙай, арыш, арпа, кукуруз һәм он ситкә һатылмаясаҡ. Ил Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин әйтеүенсә, илдә икмәккә хаҡ артыуын туҡтатырға, киләһе йылға резерв тураһында уйларға, мал һанын һаҡлап ҡалырға кәрәк.
ҡоролоҡ һәм эҫелек Рәсәйҙә баҫыуҙағы игендең өстән бер өлөшөн юҡ итте. РФ Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уңыш 60 – 65 млн тонна самаһы буласаҡ. 2009 йылда 97 млн тонна йыйылғайны. Иген дефициты менән спекулянттар файҙаланып ҡалырға тырышасаҡ. Әле он, икмәк изделиеларына хаҡ арта. Бындай «үҫеш»кә юл ҡуйырға ярамай. Әйткәндәй, ярмаларға ла хаҡты арттырып маташалар. Бигерәк тә ҡарабойҙай ҡиммәтләнде. Федераль антимонополия хеҙмәте барлыҡ хаҡтарҙы ла күҙәтеүҙә тотасаҡ.