RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ер хәтере хәтәр икән дә...

28.09.2012 Ер хәтере хәтәр икән дә...

Ер хәтере хәтәр икән дә...
«Башкирцы! Алға!»
Бородинола башҡорттарҙың үткәнен дә данлайҙар, бөгөнгөһөн дә һанлайҙар, яраталар хатта. Беҙҙең лагерҙарҙан кешеләр өҙөлмәне. Сит ил вәкилдәре лә мотлаҡ туҡтап, ҡыҙыҡһынып, хәбәрҙәрен һөйләп китер булды.
Беҙҙең полкта Азат ҡужин атлы үтә лә үҙенсәлекле, уникаль ир-азамат бар. Ул инглизсә лә, полякса ла һыу кеүек эсә. Французса ла, немецса ла икмәк-тоҙлоҡ һупалай, етмәһә. Башҡорт, рус теле тураһында әйтәһе лә түгел. Былай ҙа аңлашыла, һуңғы һөйләмде нимә тип өҫтәне икән, тип аптырамағыҙ, сөнки Азат ике тиҫтә йылдан ашыу Польшала йәшәй. Ә беҙҙекеләр, ғәҙәттә, ситкә сығып китһә, телен дә, илен дә, милләтен дә онота торған. «Нишләп онотайым, мин Гөлкәй Сәлмәновнаның улы лабаһа!» – тип ихлас көлә үҙе. Гөлкәй Сәлмән ҡыҙы ҡужинаның заманында Өфөләге 20-се, берҙән-бер башҡорт мәктәбендә данлыҡлы уҡытыусы икәнен беләбеҙ.
Ер хәтере хәтәр икән дә...
Сит илдә тороп ҡалыуы осраҡлы ғына, синыфташ дуҫына ҡунаҡҡа тип бара ла, тора ла ҡала. «Мин ирекле ҡош. ҡанаттарҙы йәйер өсөн киңлек кәрәк ине. Шул осорҙа барған еремдә үҙемде азатыраҡ та, ынтылышлыраҡ та тойғанмындыр», – ти ул. Хәҙер ул ирекле рәссам. Заказдар буйынса эшләй. Китаптар сығара. «Таҫтамалдар» исемле милли үҙенсәлекле орнаменттар хаҡындағы китабы үткән йыл Рәсәйҙә иң шәп 50 сәнғәт китабы исемлегенә ингән. Яңыраҡ үҙебеҙҙең «Китап»та «Лю­безники, любизар» буям (раскраска) китапсығын баҫтырҙы. Ундағы һүрәттәр һушты алырлыҡ: башҡорттоң да, француздың да милли йөҙө лә, булмышы ла, кейеме лә тулыһынса тарихи дөрөҫлөктә сағылдырылған. «Эшкә тотонор алдынан шул осорҙо, ваҡиғаны, күренеште, халыҡтарҙы тәүҙә фәнни, тарихи яҡтан өйрәнәм, шунан ғына ҡулыма ҡәләм алам. Шулай итмәһәм, башҡарасаҡ эшеңдең зауыҡһыҙ һәм мәғәнәһеҙ хеҙмәт кенә булып ҡуйыуы ла бар», – һәр эшкә етди ҡарауын шулай тип аңлатты рәссам.
Ул был походҡа класташы Рафаэль Амантаев менән килгәйне. Эйе, эйе, шул, атаҡлы бейеүсе, Башҡортостандың халыҡ артисы Амантай инде. Тәүге көндәрҙә икеһе лә аш-һыу тирәһендә әйләнгәс, полк айырым ашнаҡсылар тота икән, тип тә уйлағайным. Талантлы кеше ҡайҙа ла талантлы икән, баҡһаң, ағайҙар аш-һыу тирәһендә лә алыштырғыһыҙ оҫталар, бешергәндәрен ашап, телеңде йоторлоҡ. Усаҡ янындағы оҫтаның, шәп бешереүҙән тыш, татлы һәм йомарт ҡуллы булыуы ла фарыз. Азат та, Рафаэль ағай ҙа һәр саҡ көләс һәм асыҡ йөҙлө, һәр кемгә ихлас. «Поляк» ағай талапсан да. Берәй «амур»-яугирҙың кәнфит ҡағыҙы, гәзит ҡалдығы кеүек сүп ташлағанын күрһә, бөттөң, әрләй, бар сүп-сарҙы йыйҙыртып алдыра. «Егеттәр, ҡырағай булмағыҙ, зинһар, был ҡылығығыҙҙы Европала аңламаясаҡтар, ка-ако-ой бескультурный, тип мәсхәрәләйәсәктәр», – тип оялтып та ҡуя. Талапсанлыҡ емеш бирҙе, «амурҙар» лагеры таҙа, бик таҙа булды.
Һуңғараҡ рәссам һәм бейеүсе ағай тағы ла аптыратты, баҡһаң, улар ысын мәғәнәһендә оҫта ҡулдар икән. Уҡ-һаҙаҡ, ян, ҡәмәр яһайҙар, ҡамсы үрәләр, тиренән дә, кейеҙҙән дә, башҡа тауарҙарҙан да өҫ һәм аяҡ кейемдәре тегәләр... ҡыҫҡаһы, уларҙың эштәре үҙе бер музей ҡомартҡылары кеүек ҡәҙерле лә, һоҡланғыс та, зауыҡлы ла.
Ер хәтере хәтәр икән дә...
– Беҙ, бейеүселәр, пенсияға иртә сығабыҙ бит. Буш ваҡытта ни менән булырға? Тәүҙә мин сәхнә кейемдәре, атрибуттары эшләү менән шөғөлләндем. ҡул эш белгәс... – тип һөйләй Рафаэль ағай. – Матур килеп сыға, сәхнәнән бик сағыу күренә. Тик мин уның яһалма икәнен аңлайым да, беләм дә. Шул сәхнә костюмдары менән Бородиноға ла килеп ҡарағайнылар, тик төп һуғыш сәхнәһенә үткәрмәгәндәр. Юҡ-бар ялтырауыҡтарығыҙ менән йөрөмәгеҙ, беҙгә шул саҡтағы тәбиғи башҡорттар кәрәк, тигәндәр. Азат бер ҡайтҡанында, ысын сәнғәт менән булаш, тигәс, интернеттан, китаптарҙан башҡорттарҙың тарихы, милли кейем, хәрби форма, ҡоралдар менән ныҡлап ҡыҙыҡһынып киттек. Музейҙарға йыш йөрөү, Руденконың «Башкиры» китабы, Әнүәр Әсфәндиәров, Светлана Щитова һәм башҡа ғалимдарҙың, яҙыусылар­ҙың хеҙмәттәре ныҡ ярҙам итте.
Өфөлә «Амантай» исемле оҫтаханалары ла бар икән ағайҙарҙың. ҡайтҡас, юл да төшөр әле унда, сөнки бигерәк үҙенсәлекле шәхестәр бит.
Азат та, Рафаэль дә һәр нәмәгә сәнғәт юғарылығынан ҡарай. Бына был эшкә тотонғас та, улар һәр деталде тәүҙә ентекләп өйрәнә, шунан, тарихта шул осорға тап килгән төп нөсхәнән айырып булмаҫтай итеп эшләйек, тип ҡәтғи талап ҡуя улар үҙҙәренә. Хәҙер «амур» егеттәребеҙҙең реконструкцияның төп ваҡиғаһында, төп һуғышында тулы хоҡуҡ менән ҡатнаша алыуы ла ошо күҙлектән сығып фекер йөрөтә алыуҙарында ла бит. Сөнки ысын реконструкцияла ялтырауыҡ, яһалмалыҡ түгел, ә шул осор, шул ваҡиға геройҙары, уларҙың ысын кейемдәре, ҡоралдары ҡатнашырға тейеш. Был йәһәттән беҙҙең егеттәр һынатырлыҡ түгел. Мәжит Ибраһимов, Юлай Ғәлиуллиндарҙың хәрби кейемдәре генә күҙҙең яуын алырлыҡ та, шул осорҙо тулыһынса күҙ алдына баҫтырырлыҡ. Шуныһы һөйөнөслө: был кейемдәрҙе лә, ҡоралдарҙы ла улар йә үҙҙәре эшләгән, йә һатып алған. Ә уларҙың хаҡы бәләкәй түгел. Әйтәйек, шартына килтереп эшләнгән башҡорт йәйәһен биш мең һумдан осһоҙға табып булмай. Ысын уҡтың берәүһе генә мең һумдан кәм түгел. Уларҙың төрлө үлсәмдәге мөгөҙҙән эшләгән дары, пуля һауыттары, дары үлсәгес, кисет, башҡа кәрәк-яраҡтары боронғолоҡ төҫөн дә бирә, яугирҙың ни тиклем ауырлыҡҡа, яуға яраҡлаша белеүен дә иҫбатлай. Кейеҙҙән баҫылған еләндәре лә, баш кейемдәре лә һоҡланғыс. Бородинола йөрөгәндә улар үҙҙәре үк тере музей экспонаттары кеүек, аҙым һайын ысын башҡорттарҙы туҡтатып, иҫтәлеккә фотоға төшөүселәр бигерәк күп.
Егеттәр, ҡайышы өҙөлһә лә, ситегенең табаны аҡтарылһа ла, уҡ-һаҙағын тартырға, һүтелгән ҡамсыһын ишергә булһа ла, ярҙам һорап Рафаэль ағай янына килә. Оҫта һис ҡасан баш тартмай, сумкаһындағы төрлө ҡоралдарын бүкәнгә сығарып һала ла эшкә тотона. ҡулдары шул тиклем оҫта, бармаҡтары етеҙ, уның эшләгәнен ҡарап тороу үҙе бер кинәнес: күңел йырлай, тиҙәрме әле ул саҡта?!
Сит ил ҡунаҡтары тип башлағайным даһа һүҙемде, ана шул беҙҙең Европа Азаты, сит ил вәкилдәре килһә, тылмас ролен дә башҡара, тарихсы-экскурсоводҡа ла әйләнә, шәп аштары менән һыйлап та ебәрә.
Француздар күп килде. Беҙҙең йәйәнән уҡ атып ҡаранылар ҙа, эй һөйөндөләр. ҡаты ҡорот күрһәткәс, ниндәй таш, затлымы, тип һорағас, эй көлөштөк. Азат аңлатып биргәйне, аптыранылар. Һындырып ҡаптыр­ғас, тәмле, йогурт, йогурт, тип йылмайҙы Себастьян исемле яңы танышыбыҙ.
– Башҡорттар Парижда ла булған, беләһегеҙме? – тип һорашабыҙ.
– Беләбеҙ. Париж бынан алыҫ, 8 мең саҡрым. Атта барғандар, – баяғы уҡ менән йәйәгә күрһәтә үҙе.
– Бородинола кемдәр еңгән, рустармы, француздармы? Һеҙ нисек уйлай­һығыҙ? – тип тә һорарға баҙнат иттек.
– Ун йылдан ашыу был алыш менән шөғөлләндем, Бородинолағы алыш француздарҙың оло еңеүе менән тарихта ҡалған һәм шулай буласаҡ та. Ә һуғыштың үҙендә Напо­леон еңелгән, быны барыһы ла белә, – яуап дөрөҫ.
Һуңғараҡ Бернард тигән французға Азат эйәр аҫты һуҡтырылған атын алмаштырырға ярҙам итте. Тылмас булып барып.
Тағы ла бер ҡыҙыҡ осрашыуҙы ла теркәйем. Бельгиянан ике үҙенсәлекле егет тә, башҡорттар менән ҡыҙыҡһынып, телевидениеға төшөр­ҙө. Карстен тигәне телевидениела яңылыҡтар тапшырыуында хәбәрсе булһа, Дмитрий иһә музыкант булып сыҡты. Икеһе лә һәүәҫкәр тарихсылар ҙа. Маҡсаттары хәтәр уларҙың: ата-бабалары үткән, дөрөҫөрәге, сигенгән, үҙҙәре лә шулай ти, юлды был ике дыуамал йәйәү үтмәксе. Мәскәүҙән башлап Смоленск, Минск аша Вильнюсҡа барып етмәкселәр. Шунда һуңғы туҡталыштары. Юлда палаткалар­ҙа, йә һалам-бесән өйөмөндә йоҡлап, хатта күперҙән сыҡмай, йылғаларҙы кисеп, йөҙөп үтеп үҙҙәрен һынамаҡсы. Яугирҙарының хәленә инеп, уларҙың ни кисергәнен, ни тойғанын белмәкселәр. Хайран ҡалырлыҡ табаһа.
– Беҙҙә ҡыш һыуыҡ бит, – тибеҙ.
– Беләбеҙ. Ата-бабаларыбыҙ нисектер үткән бит.
– Рәсәйҙә булғанығыҙ бармы һуң? – тибеҙ, уларҙы йәлләп.
– Бар. 1992 йылда килгәйнек. Ул саҡта илегеҙ бойоҡ ине. Хәҙер үҙгәрештәр һәйбәт яҡҡа. Кәмендә, кешеләрҙең йөҙҙәрендә йылмайыу бар. Шул беҙҙе тынысландыра.
Төрлө кешеләр бар донъяла. Азат был мосафирҙарҙы ныҡ ҡына һыйлағас, изге юл теләп ҡалдыҡ.
Һуғыш көнө етте. Реконструкция ысын мәғәнәһендә ысын һуғыш ул. Тик бында ҡорбандар ғына юҡ, булмаһын да. Аяҡ аҫтындағы ерҙе һелкетеп, туптар шартлай, мылтыҡтар атҡан тауыштан йөрәккә һалҡын. Төтөн араһында сабышҡан аттар, аяуһыҙ алышҡа талпынған ҡаһарман яугирҙарҙы күреп, күңел берсә шатланып та киткән кеүек. Һүҙ менән аңлатырлыҡ түгел, уның үҙен күрергә һәм тойорға кәрәк. Күрергә тигәндән, һуғыш панорамаһы шул тиклем ҙур һәм киң, хатта бар өлөшөн күреп тә өлгөрөп булмай. Ләкин унда бер нәмәне аңлай­һың: һуғыш бигерәк ҡот осҡос икән, ысын мәғәнәһендә ит турағыс булған Бородино. «Башҡаса кәрәкмәй бындай мәғәнәһеҙлек, кәрәкмәй!» – ти күңел һуңынан. Реконструк­циянан һуң, әлеге ҡәҙимге тормош­ҡа тиҙерәк ҡайтҡы һәм... эргәңдәге кешегә йылмайғы, мәрхәмәт күрһәтке килә.
Реконструкция, һуғыш барышында Башҡортостандан килгән алты журналист-операторға, әлеге беҙҙең лагерь вәкилдәренә, иҫ киткес күренешкә тап булырға яҙҙы. Беҙҙең, матбуғат хеҙмәткәрҙәренең, урыны төп халыҡтан аҫтараҡ ине.
Тамаша ҡылып торабыҙ. Мөкиббән китеп. Бер заман ҡолаҡҡа:
– А когда будут башкирцы? – тигән тауыш ишетелде. Шул ваҡыт алтыбыҙ ҙа шул яҡҡа ҡарап ҡаттыҡ. Алтыбыҙ ҙа. Инстинкт. Патриотлыҡ инстинкты. Башкирцы тигән һүҙ шулай ҡапыл ғына боролоп бағырға мәжбүр итте. Алтыбыҙ ҙа шунан бер-беребеҙгә ҡарап йылмайып ҡуйҙыҡ: беҙҙе беләләр, йәнәһе. Гусар кейемендәге ун йәштәрҙәге бер малай бигерәк түҙемһеҙ булып сыҡты. Ғәҙәттә, ҡайһы бер тамашасылар ҙа, бигерәк тә балалар, һуғыш яугирҙарының кейеменә оҡшатып үҙҙәре лә хәрбиҙәр, яугирҙар кейемен тегеп кейә һәм байрамға үҙенсәлекле төҫ бирә. Олатаһының еңенән дә, салғыйынан да тартып, әлеге гусар-малай баяғы һорауын бер нисә тапҡыр ҡабатланы: «Ты же сам сказал, что они первыми ворвались в Париж, где башкирцы?» Олатаһы, хәҙер, хәҙер, тип тыныс­ландыра.
Ана, алыҫта казактар менән беҙҙең дүрт егет тә күренде. ҡылыстарын һелтәп, яуға инеп киттеләр. Сыҡтылар. Беҙҙең яҡҡа сабып киләләр. Иҫәндәр. Яҡынла­ша­лар. Илдар, Юлай, Айбулат... Мәжиттең аты сығынлап ситкә тартылды. Их, үҙебеҙҙекеләр. Сабыуҙа­ры ҡалай ҙа, үҙҙәрен тотоштары нисек! Осоп барған бөркөттәрме ни!
– Вот, башкирцы, вот! – олатай кеше ейәнен күтәреп, беҙҙең һыбайлыларҙы күрһәтә. Яныбыҙҙан уҡ кеүек атылып үтеп киттеләр.
– Күрмәй ҙә ҡалдым, – малай уфтанып ҡуйҙы. Шул саҡ Мәжит күренде, атының йүгәнен ныҡ итеп тартҡан, баш бирмәҫтәй айғыр башын сөйөп кенә килә, ҡулға алған, тимәк, хужаһы. Яңғыҙы ғына беҙҙең яндан елдәй елеп үтте башҡорт. Малайҙың күҙе шар булды:
– Вот же башкире-ец.
Уның янындағы бар тамашасы:
– Ура, башкирцы, вперед! Башкирцы! – тип һөрәнләргә тотондо. Беҙ ҙә ҡушылдыҡ:
– Башҡорттар, алға! – үҙебеҙҙең күҙгә йәштәр килеп тығылды. Ғорурлыҡ йәштәре.
Тамашанан һуң йыйынғансы, төн уртаһы етә яҙҙы. ҡайтырға сыҡтыҡ. Бородино быҫҡаҡ ямғыры менән илап оҙатып ҡалды.
Шулай итеп, сәфәр тамам. Башҡортостаныбыҙға тәүлек ярымдан һуң, таң менән ҡайтып төштөк. Үҙ илебеҙ рәхәтләнеп ҡояш нурында ҡойона ине.
Был көндәрҙә ҡояшҡа сарсап йәшәгән барыбыҙҙың да йөҙҙәре яҡтырып китте. Уҡытыусым, полк муллаһы Ғиндулла Шәйәхмәтов бер хикмәтте иҫкә төшөрөп алды. Башҡорттар Ер шарында урын алыр өсөн баҫалҡылығы, иплелеге арҡаһында Хоҙайға иң һуңғы булып килгән, ти. Килһәләр, ер таратылып бөткән икән. Үҙемә тип бик матур ғына урын алып ҡалғайным да, шуны ғына бүләк итмәһәм, тип Тәңре башҡорттарға ожмахтай урынын биреп ҡуя. «Башҡортостан – Хоҙайҙың бүләге ул», – тип йылмая хәҙрәт. Беҙ ҙә йылмаябыҙ, ихлас килешәбеҙ.
Рус ғәскәре менән бергә башҡорт һыбайлылары ауыр яу юлы үтеп, 1814 йылда Парижға барып етә, аттарын Сена йылғаһында һуғара... Был инде тарихтың башҡа данлыҡлы бите.

Мөнир ҡУНАФИН.
Мәскәү өлкәһе,
Бородино ауылы.

Автор һәм Илшат ҮТӘЕВ фотолары.

(Аҙағы. Башы 69, 71, 73-сө һандарҙа).










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә