28.09.2012 Иң яҡшы ағас йығыусы асыҡланды
Ошо көндәрҙә ағас йығыусылар араһында V республика конкурсы уҙҙы. Йыл һайын үткәрелгән сараның маҡсаты – ошо өлкәлә эшләүселәрҙең оҫталығын арттырыу, иң яҡшыларҙы асыҡлау. Бөгөнгә был һөнәр урман хужалығында иң хәүефлеләрҙән һанала.
Конкурстың финалы Өфө урмансылығында уҙҙы, унда туғыҙ команда ҡатнашты. “Баймаҡ урманы” дәүләт унитар предприятиеһында эшләүсе Иштимер Зәйнешев һәм уның ярҙамсыһы Әбрек Абдуллин еңеүсе тип табылды. Икенсе урынға – “Өфө урманы”, өсөнсөгә “Борай урманы” хужалыҡтары лайыҡ булды. Иң яҡшы ағас йығыусы бензобысҡы менән бүләкләнде. Шулай уҡ иң йәш һәм иң оло конкурсанттар ҙа билдәләнде.