28.09.2012 Сүп-сар баҫмаһын ине
Башҡортостанда йыл һайын ике миллион тоннаға яҡын көнкүреш сүп-сары йыйыла. Бөтөн ил буйынса ла йыйылған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары йыл һайын уртаса 10 процентҡа арта. Республикала сүп-сар эшкәртеү мәсьәләләренә һәм шул йүнәлеште үҫтереү мөмкинлектәренә арналған кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ошоларҙы хәбәр итте.
– Беҙ ҡалдыҡтар менән идара итмәйбеҙ, әлегә уларҙы йыябыҙ ғына. Халыҡ ҡалдыҡтар менән эш итә белмәй тиерлек. Урмандарҙа – тау-тау сүплектәр. Бөгөн беҙҙә 43 ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны һәм 2500 сүплек иҫәпләнә. Полигондарҙың сифаты бик түбән. Сүплектәр һанын башҡаса арттыра алмайбыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Һуңғы ике йыл эсендә Башҡортостан инвесторҙарҙан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса 20-гә яҡын төрлө тәҡдим алһа ла, проекттар аҙағына еткерелмәгән.
Әйткәндәй, республикала көнкүреш ҡалдыҡтарының ни бары 15 проценты артабан ҡулланыуға йүнәлтелә. Быға аптырарлыҡ та түгел, сөнки ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү һәм эшкәртеү бизнесы беҙҙә яңы башланып тора. Әле ошо тармаҡта 124 предприятие эшләй. Уларҙың күбеһе ҡалдыҡты эшкәртеү менән түгел, ә тик йыйыу менән шөғөлләнә. Мәҫәлән, «Тәбиғәт» предприятиеһы макулатураны – Пермгә, полиэтилен ҡалдыҡтарҙы Мәскәү менән Һамарға ебәрә.
Республика биләмәһен сүп-сарҙан таҙартыу буйынса генераль схема әҙерләү ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары системаһы менән идара итеүгә тәүге аҙым буласаҡ. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, Башҡортостанда булған полигондарға өҫтәмә рәүештә йәнә 31 объект, 200-ҙән ашыу сүп-сар тейәп оҙатыу станцияһын төҙөү талап ителә.