09.10.2010 Ун ике милләт вәкилдәре үҙ-ара татыу һәм дуҫ йәшәй
Районыбыҙҙың, ауылдарыбыҙҙың, халҡыбыҙҙың тормош-йәшәйешенең йылдан-йыл матурая, йәмләнә, төҙөкләнә барыуына ҡарап ҡыуанам. Беҙҙең яҡта егәрле, ҡулдары алтын кешеләр йәшәй. Шунлыҡтан, һәр мөмкинлекте файҙаланып, тормош-көнкүрешен ипкә килтерергә, аң-белем алырға, зиһенен үҫтерергә, сәләмәтлеген нығытырға, матди хәлен яйға һалырға тырышалар.
Мөмкинлектәргә килгәндә, республикала халыҡтың йәшәйеш-көнкүрешен яҡшыртыу буйынса шарттар көндән-көн яҡшыра. Әйтәйек, һәр ауылға газ индерелде, ауыл урамдарына асфальт түшәлде, яңы күперҙәр һалынды, өйҙәр, социаль-мәҙәни тәғәйенләнештәге йорттар бер-бер артлы ҡалҡып сыға. Былтыр район үҙәгендә генә дауахана комплексы, урта мәктәп сафҡа индерелде. Уларға барып инһәң, кире боролоп сыҡҡы килмәй: һәр ерҙә – бөхтәлек, тәртип, заманса йыһаз-ҡорамалдар, йәш белгестәр. Белгестәр, тигәндән, ике иҫке дауахана бинаһына реконструкция яһалып, унда йәш медицина хеҙмәткәрҙәренә фатирҙар булдырылды. Был – йәш табиптарҙың тыуған районына эшкә ҡайтып, ерегеп китеүе өсөн ҙур шарт.
Шулай итеп, 12 милләт вәкилен тәшкил иткән район халҡы дуҫлыҡта, татыулыҡта һәм именлектә көн күрә, бер-береһе менән туғандарса аралашып, ҡатнашып, дуҫлашып йәшәй һәм эшләй.
Үҙемдең ғаиләмдә лә республика етәкселеге яғынан тыуҙырылған мөмкинлектәрҙе файҙаланып, шатланып ғүмер итәбеҙ. Мәҫәлән, өлкән улым фатир һатып алыу өсөн субсидия алды. Был беҙҙең бөтә ғаилә өсөн ҙур ярҙам булды.
Гөлсимә ГӘРӘЕВА,
Бишбүләк муниципаль районы советы секторы мөдире.