18.09.2012 Донъя яңылыҡтары
Ығы-зығы тынмай
ҡытайҙың ун ҡалаһында меңәрләгән кеше дәғүәле утрауҙы Японияға биреүгә ризаһыҙлыҡ белдереү акцияһында ҡатнашҡан.
Был утрауҙы Пекинда – Дяоюйдао, ә Токиола Сенкаку тип йөрөтәләр.
ҡытайҙар күрше дәүләттең байрағын яндыра, Япония илселегенә таш, йомортҡа ырғыта. ҡуҙғыған халыҡты закон әһелдәре һыу һиптергестәр һәм күҙ йәшен сығарыусы газ ярҙамында саҡ тынысландырған.
Үткән аҙнала Япония хөкүмәтенең шәхси ҡулдарҙан ошо утрауҙы һатып алыуы әлеге ығы-зығыны тыуҙырған.
Ә Испанияла тимер юл хеҙмәткәрҙәре забастовкаға сыҡҡан. Быға хөкүмәттең тимер юлдарын хосусилаштырыуға рөхсәт биреүе этәргән. Тимер юлдарының шәхси ҡулдарға күсеүенән һуң эш урындары ҡыҫҡарасаҡ, хеҙмәт хаҡы кәмейәсәк, тип раҫлай профсоюз етәкселәре.
Мосолмандар ярһый
Интернетта Мөхәммәт бәйғәмбәр тураһында Америка фильмының күрһәтелеүе мосолмандар араһында оло ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырҙы.
Протест акциялары бөтә Европаға таралды, иң көслөһө Бельгияла уҙҙы. Унда 230 кеше ҡулға алынған.
Дания, Францияла мосолмандар АҡШ илселеге янында йыйылышып, бергәләшеп намаҙ ҡылған. Ә Бөйөк Британияла халыҡ демонстрацияһы яңынан-яңы көс ала. «Ошо мыҫҡыллауҙарҙы мосолмандар ҡабул итеп, тыныс булырға тейешме? Һуғышты, көс ҡулланыуҙы өнәмәйбеҙ, әммә өндәшмәй ҡалмаясаҡбыҙ!» – ти демонстранттарҙың береһе Назрин Наваз.
Ливияла Америка илселегендәге бәрелеш арҡаһында дүрт хеҙмәткәр һәләк булған. Канада етәкселеге, хеҙмәткәрҙәренең ғүмере өсөн ҡурҡып, Ливия, Мысыр, Суданда илселектәренең эшмәкәрлеген ваҡытлыса туҡтатҡан.
Эсһәң хәрәм – булырһың әрәм
Эскелек бер ҡасан да яҡшыға илтмәй – был һәр кемгә мәғлүм, әммә уның ҡорбандары кәмемәй.
Чехияла араҡы менән ағыуланып, 20 кеше үлгән, ҡырҡҡа яҡыны ауыр хәлдә дауаханаға урынлаштырылған. Хәҙер илдә 20 градустан ҡатыраҡ спиртлы эсемлектәрҙе һатыу тыйылған. Асыҡланыуынса, контрафакт араҡы һәм ром Польшанан килтерелгән булған.
Американың Нью-Йорк ҡалаһында иһә газлы һыу менән сауҙа итеү күләме сикләнгән. Билдәле булыуынса, был эсемлек йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын тыуҙыра. Урындағы власть шул рәүешле халыҡ сәләмәтлеге хаҡында хәстәрлек күрә.
Үҙебеҙҙең баллы сәйгә һәм ҡымыҙға бер ни етмәй шул!
Ватандаштарыбыҙ фажиғәгә тарыны
Уҙған йомала Санкт-Петербург һәм Һамар туристары Грецияла юл-транспорт фажиғәһенә тарыған.
Унда дүрт кеше һәләк булған, утыҙға яҡыны төрлө тән йәрәхәттәре алған. Бәләнән һау-сәләмәт ҡотола алғандар кисә Рәсәйгә ҡайтарылды.
Әле 26 кеше дауаханаға урынлаштырылған. ҡаҙағстан гражданы, турфирма хеҙмәткәре һаман да комала ята, ике кеше операциянан һуң аңына килгән, тағы ла бер кешегә операция талап ителә. Бөтә сығымдарҙы турфирма үҙе ҡапларға бурыс алған. Греция власы мәрхүм булыусыларҙың туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашҡан.
Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.