RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәштәр йәшнәп йәшәһен

09.10.2010 Йәштәр йәшнәп йәшәһен

Йылдан-йыл йәштәр алдында бик ҙур мөмкинлектәр асыла бара. Теләйһең икән, оҡшаған һөнәр буйынса белем ал, булған белемеңде камиллаштыр, теләһәң, һайлап-һайлап эшкә урынлаш йәки үҙ эшеңде ас. Өҫтәүенә, йәштәргә республика Хөкүмәте, шулай уҡ Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы яғынан иғтибар ҙур: эшҡыуарлыҡ буйынса яңынан-яңы программалар эшләнә, махсус мәктәптәр, уҡыуҙар ойошторола, бизнес-проекттар бойомға ашырыла.
Хәҙерге көндә күптәр өсөн торлаҡ төп проб­лема булып тора. Ошо хәл-торошто йомшартыу өсөн 2003 йылда «Торлаҡ шарттарын яҡшыр­тыуға мохтаж йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү» Хөкүмәт программаһы эшләй. Уның буйынса беҙҙә 10,5 меңдән ашыу йәш ғаилә үҙҙәренең тормош шарттарын яҡшыртты. Был программаның механизмдары төрлө һәм улар әүҙемләшә. Әйтәйек, 2003 – 2004 йылдарҙа Һаҡлыҡ банкыһы аша йәш ғаиләләргә льготалы (10 процентлыҡ йыллыҡ ставка менән) кредиттар бирелде.
2003 йылдан алып бала тыуыуға бәйле субсидиялар тапшырылып килә – улар фатир алыу­ға ипотека кредитын түләргә ярҙам итә. 2006 йылдан алып йәш ғаиләләргә йорт төҙөргә йәки һатып алырға аҡсалата сертификат бирелә.
1991 йылда Рәсәйҙең бөтә субъекттары араһында беҙҙең республикала беренселәрҙән булып йәштәр сәйәсәте буйынса закон ҡабул ителде һәм ул уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Был беҙҙең өсөн мөһим документ булып тора.
Быйыл илдә йәштәр ойошмалары барлыҡҡа килеүгә 90 йыл тула. Октябрь аҙағында ул киң билдәләнәсәк – юбилейға арналған саралар уҙғарыласаҡ.
Республика йылы ла, Уҡытыусы йылы ла күбеһенсә йәштәр мәнфәғәтен яҡлау йүнәлешендә бойомға ашырыла.
Йыл да фән һәм техника өлкәһендә уңыш ҡаҙанған йәштәргә дәүләт премияһы тапшырыла. Әлеге көндә республикала 30-ҙан ашыу йәш егет һәм ҡыҙ был ҙур наградаға лайыҡ булды.
Йәштәр тормошо-көнкүрешендә тағы ла бер матур традиция – Республика көнө алдынан һәр ерҙә лә матур-матур тантаналар үткәрелә. Әлбиттә, байрам алдынан «Республикам минең» тигән акция уҙғарыла – йәштәр тирә-яҡты төҙөкләндереү һәм сүп-сарҙан таҙартыу өмәләренә сыға. Быйыл был әһәмиәтле сара Туймазы ҡалаһында башланды һәм башҡа ҡала-райондарға күсте.
Әлеге мәлдә йәштәр өсөн иң һөйөндөргөс яңылыҡ тураһында әйткем килә: 30 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә 457 ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сертификаттар биреү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйылды. Был документтар йәштәргә Республика көнөндә тапшырыласаҡ.
Күреүебеҙсә, республика етәкселеге йәштәр йәшнәп йәшәһен өсөн мөмкин булған шарттар­ҙы булдырырға тырыша.

Урал КИЛСЕНБАЕВ,
БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт
министрлығының иҡтисади программалар һәм йәштәр мәшғүллеге бүлеге начальнигы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә