RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ер хәтере хәтәр икән дә...

14.09.2012 Ер хәтере хәтәр икән дә...

Ер хәтере хәтәр икән дә...
Шаршамбы битемә тамған тамсы уятты. Ямғыр шул тиклем туҡтамай ҡоя, хатта редакцияның затлы палаткаһы ла түҙмәй башланы шикелле, һыу үткәрмәксе. Хафаланыуым юҡҡа булды, бер йыйырсыҡлы урындан ғына мине уятыр өсөн бер нисә тамсы эскә үк юл ярған икән. Сығып, ептәрҙе ныҡлап тарттырып ҡуйғас, ваҡытлы өйөм ҡәлғәгә әйләнде. Ямғыр ғына түгел, тәлмәрйен, сысҡан кеүек йән эйәләре лә үтерлек түгел хәҙер. Тик ҡабырсаҡтарынан сығып, оҙон бармаҡтай һуҙылған бер нисә ҡусҡар минең өйөм cтенаһына йәбешеп, донъяны күҙәтә ине. Тыштағы ҡунаҡтарға эстән оҙаҡ ҡарап яттым. Ата-бабамдарҙың нескә генә йәне булып, бер-бер ниҙер өндәшергә килмәнеләрме икән тип, уларҙы йыйып алып үләнгә ебәрҙем: «Аҙашып йөрөмәгеҙ, улай, үҙ донъяғыҙға ҡайтығыҙ». ҡусҡар башҡортта бер мифик зат, уны Аллаһтың һыйыры тип тә атайҙар. Шуға ла, бәлки, ҡусҡар, ҡусҡар, мөгөҙөңдө сығар, тип арбау һүҙҙәре әйткәнбеҙҙер ҙә. Бында арбарға ла кәрәкмәй, мөгөҙҙәрен сығарып, үҙҙәре беҙгә ихлас йылмайған кеүектәр. «Айғыр ҡалдырһаң – йүнлеһен, ҡусҡар ҡалдырһаң, йөнлөһөн ҡалдыр» тигән әйтем дә иҫемә төштө, тимәк, ул именлек, етеш тормош билдәһе лә. Өйөмә юҡҡа килеп ҡунаҡламағандар икән.
Был төндө мин һағыраҡ үткәрҙем. Нисектер шундай данлыҡлы ла, яралы ла ерҙә ниндәй төштәр күрермен, ата-бабам рухы берәй төрлө ым бирмәҫме, тип һиҫкәнеңкерәп яттым. Йоҡом тынысһыҙыраҡ булһа ла, татын юғалтманы, хатта төш тә күрмәнем, бәлки, күрһәм дә онотҡанмындыр. Быҫҡаҡлап яуған ямғыр палаткаға туп та туп килгәс, талғын ғына тәбиғәт көйөнә ойоп тик ятҡанмындыр.
Тәүҙә урманлыҡ эсенә инеп, ҡоро утындар алып килергә булдым. Ағастар араһынан атларлыҡ та түгел, аҙым һайын – ҡусҡар, япраҡ-үләндәргә һуҙылышып ятҡандар ҙа ямғыр симфонияһын тыңлайҙар. Миңә генә тып-тып килгән ария оҡшамай, был тиклем дымда ҡоро утын табып буламы. Әле баҫып торған бер нисә ҡороған ағасты ауҙарып та, һындырып та алып сыҡтым, ысыҡ булып ҡойолған тамсыларҙан өҫтөм лыс һыу булды. Күп кенә ҡоро гәзит һалып, махсус яндырғысты ҡулланып, нисектер усаҡты тоҡандырып алдым. Ут ул – йәшәү, ялҡын телдәре менән йылылыҡ ҡына түгел, күңел күтәренкелеге лә килде.
Сәй ҡуяйым әле, һыу, тип, Колочь йылғаһына төштөм. Эсәр һыу килтерергә тейештәр ҙә, тик ул ҡасан була әле. Был ямғырҙа һаҙлыҡлы урынға машиналар үтә лә алмай, унан бигерәк әле иртә, беҙ Өфө ваҡыты менән йәшәйбеҙ: уларса сәғәт етенсе ярты ғына.
Атайымдың, бесәндә сәй ҡуйғанда, ағып ятҡан һыуҙан да таҙаһы юҡ, тип әйткәне иҫкә төштө. Колочь таҙа, шәп кенә тиҙлекле өс-дүрт метр киңлегендәге йылға. Йылға өҫтөнә оҙаҡ ҡына ҡарап ултырам. Сылтыр-сылтыр аҡҡан һыу өҫтөндә ямғыр тамсылары бейешә. Бынау тыныс тормошта илаһи күренеш инде уйлаһаң. Ә ике йөҙ йыл элек... тып-тып тамған ямғыр тамсылары менән тып-тып ҡан тамсылары ла тамғандыр, әлеге асыҡ йылға ҡыҙыл төҫкә мансылғандыр, башҡорт яугиры яраһын да йыуғандыр, ҡанлы ҡылысын да һыу йөҙөнә ҡаҙап алғандыр, аттарын һыулауға төшөргәндер... Ул саҡта йылға ла, бәлки, киңерәк булғандыр. Ә мин сәйгә һыу алам. Тыуған яғымдан мәтрүшкә алып килдем, Колочь буйы Башҡортостан үләненең тәменә туласаҡ.
Сәй ҡайнауға егеттәр ҙә торҙо. Сәйҙе уртлағас та тәүҙә Илшат Иман улы телгә килде:
– Мәтрүшкә? Кем алып килде?
– Асыуланмаһаң, мин инем әле, командир, – тим. Ул делегация етәксеһе булғас, уны командир тип нарыҡлағайныҡ.
– Бындай тәмле мәтрүшкә беҙҙә-ә генә үҫә-ә! Үә-әт, шәп! – командир бик ҡәнәғәт йылмайҙы. Күшектерә алманы ямғыр, үләнле сәй эскәс, кәйефтәр күтәрелде.

Тып-тып баҫып килә аттар

Ер хәтере хәтәр икән дә...
Башҡорттар яуға ат ҡушарлап сапҡан: атының береһе арыһа, яугир икенсеһен менеп алған. Йөктән бушан­ғаны яугир аҫтындағыһынан тотам да артта ҡалмай саба. Ғәҙәттә, ул теҙгененән етәкләтмәйсә лә йәнәш сабып килә.
ҡушарлап саба торған яу аттарын, ҡолон саҡтарынан уҡ әсәһенән дә, башҡа йылҡы малынан да айырып, бергә тәрбиәләйҙәр. Улар инәһенә ҡолоно нисек эйәләшә, бер-береһенә шулай эҫенә. Берәүһен тотоп менһәң, ҡалғаны йүгәнһеҙ ҙә, саҡырыуһыҙ ҙа уның артынан ҡалмаҫ була. Шуға ла «ат ҡушарлап сапҡан» тигән һүҙ атты ҡушлап сабыуҙы ғына аңлатмай. Ә яу юлында әҙме ҡорал-яһау, ашау-ятыу кәрәк-ярағын, башҡаһын алырға кәрәк. Мең ярымдан ашыу алыҫлыҡта ятҡан баш ҡалаға барып етәһе лә. Ата-бабаларыбыҙ сәфәр, яу тормошона яраҡлаша, оҙон юлды ла ҡыҫҡа итеү сараларын атҡара белгәндер. Уйлаһаң, иҫең китерлек бит, нисә ай буйы ат өҫтөндә, ил, Рәсәй тип, килмәк кәрәк. Алда йүнле генә өмөтө лә юҡ әле уның, әллә әйләнеп кире ҡайта алаһың, әллә юҡ... Әле беҙ уңайлы, ятыуға ла, ултырыуға ла көйләнгән, ике телевизорлы, DVD-һы булған автобуста тәүлектән ашыу барып, ныҡ арығайныҡ. Юлдағы затлы кафелар аҡсаһы булғандарҙы ишектәрен шар асып көтөп тора. ҡыҫҡаһы, ас та булманыҡ, тик юл ялҡытты.
Ул яугирҙарҙы кафелар ҡаршы алмаған бит. Ите-ризығы шәп аттарына эйәргән алаша ла булдымы икән? Бара-бара өҫтөндәге йөгө бөткәс, үҙен һуйып ашағандарҙыр. Беҙҙең туҡлыҡлы талҡан, бал, ҡорот, ҡаҡланған ит һ.б. тәндә энергия-көстө ныҡ һаҡлағандыр, унан һуң баяғы беҙҙең мәтрүшкә кеүек шифалы үләндәр сит климатта адаптация үтергә ярҙам иткәндер. Ат өҫтөндә йөрөү − үҙе үк һаулыҡ. ҡырҙа ҡунырға тура килгәндә, йылан килмәһен, төрлө зәхмәт ҡағылмаһын өсөн үндек түшәп, ятҡан ерҙе уратып дилбәгә, эйәр, йүгән-ҡамыт һалалар. «Төньяҡ амурҙары»нан берәүҙең, Азат ҡужин булдымы шул, боронғолоҡтан килтергән бер миҫалы хайран итте. Яу, оҙон походтар осоронда башҡорттар һум итте ҡыҫҡа таҫмалар кеүек киҫкән дә, эйәр менән ат арҡаһы араһына, дөрөҫөрәге, үндек аҫтына һалған. Аттың тире менән ит тоҙланып, ыҫланып барған. Һәм витаминдары ла һаҡланған, туҡлыҡлы ла булған. Хайран ҡалырлыҡ мөғжизә лә инде. Нисек тә яраҡлаша белгәнбеҙ бит. Боронғолоҡтоң, зирәклектең бер өлгөһө был!
Башҡортостандан ике атҡа бөгөнгө байрамда ҡатнашыу бәхете тейҙе. Әйҙә ҡушарлап сапһын башҡорт аттары, тигәндәрҙер. Был ҡәҙерле саптарҙар беҙҙең арттан ҡалмай, шулай уҡ тәүлек ярым эсендә көплө, аттарға ҡулайлаштырылған «ГАЗель» машинаһында һоло, бесән ашап иркәләнеп килде. «Өфө» дәүләт конюшняһының баш ветеринар табибы Заһир Уразов менән водитель Ришат Хужағәлиев үҙҙәре лә бигерәк ат йәнле ағайҙар.
– Беҙҙең аттар Иҙелдең дә, Каманың да, Волганың һәм башҡа йылғаларҙың да тәмен белә хәҙер, – тип йылмая Азат ағай.
– Сарсатманыҡ, ас тотманыҡ, һуғыш еренә булған көстәрен, таһыллыҡтарын юғалтмай килеп етһен тинек, – Заһир атын һөйөп бер була. – Килгәс, бында үҙҙәрен ауыр тойорҙармы, тип бер аҙ борсолғайным да, шөкөр, юлды еңел үттеләр, ашауға ла талымһыҙҙар, егеттәргә лә яғымлылар.
Егеттәр тәжрибәле, һыналған аттарҙы алып килергә тырышҡан. тоҡом айғыры Саян тиҫтәнән ашыу йыл ғүмер кисерһә, Хонда исемле бейәгә – ете йәш.
– Икеһе лә бик сыҙамлы ат. Ысын башҡорт аттары. Улар бында ҡышҡа ҡалһа ла астан да, һыуыҡтан да үлмәйәсәк. Кәрәк икән, үҙҙәре табып, тояҡтары менән тибенеп ашаясаҡ. Шунан һуң улар шул тиклем аҡыллы заттар. Әйткәнде аңлайҙар, ҡысҡырыу кәрәкмәй уларға, – Заһир үҙе һүҙгә әүәҫ.
Ысынлап та, айғыр ҙа, бейә лә хужалары кеүек бик ипле булып сыҡты. «Яуҙа» ҡатнашасаҡ яңы хужалары Юлай Ғәлиуллин һәм Мәжит Ибраһимовты ла тиҙ үк үҙ иттеләр. Башҡаларға ла һырт ҡабартманылар, фотоға төшөргә килеүселәр менән дә ғорур ғына «позировать» иттеләр. Шулай уҡ үҙҙәрен цирк-тамаша аттары кеүек наҙлатып та барманылар. «Һуғыш»та «дошман»ға ҡаршы уҡтай атылдылар, пушкаларҙың атыуына, туп шартлауына, мылтыҡ тауыштарына өркмәнеләр, яуға икән – яуға, тигәндәй, өҫтөндәге яугир командаһына тоғро ҡалдылар. Ысын яугирҙың ысын толпары ине Саян да, Хонда ла.
Алдан әйткәйнем инде, Бородинола йыл да сентябрҙең беренсе йәкшәмбеһендә һуғыш барған көн билдәләнә, йәғни алыштың хәрби-тарихи реконструкцияһы күрһәтелә. Пехотасы, кавалерист, гусар, кирасир, улан, гренадер, француз һалдаттары һәм башҡалар булып кейенеп, Рәсәйҙән генә түгел, бар Европа илдәренән килгән реконструкторҙар ысын пушкалар, мылтыҡтарҙың атыу тауышы, ҡылыс-һөңгөләр сәкәләшеүе аҫтында «һуғыша». Эйе, ситтән ҡарап торһаң, үлемесле алыш барған кеүек. Пушкаларҙың атыуынан ер һелкенә, быуындар ҡалтырап китә, аттарҙың тегеләй-былай уйнап сабыуҙары, һыбайлыларҙың ҡылыстарын һелтәй-һелтәй дошманға аяу белмәй ташланыуҙары берсә күңелдә дәрт уята, берсә ҡаушатып та ҡуя. Яһау һалып ҡабынған мылтыҡтарҙың шарт та шорт килеүе компьютерҙа уйнап лазер автоматтарға өйрәнгән күҙҙәргә бер мөғжизә кеүек күренә.
Ер хәтере хәтәр икән дә...
Унда беҙҙең ике толпарҙан башҡа, тағы урындағы ике ат та өҫтәлде. «Төньяҡ амурҙары»ның етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов бында йыл да килә һәм икенсе йыл инде бер атты ғына менеп, «яу»ға инә. Малҡайҙың исеме лә ҡыҙыҡ, тарихы ла. Лагерға килеп урынлашҡан көндөң иртәгәһенә үк Илдар түҙмәй башланы: «Мерлинды барып алырға кәрәк, түҙеп булмай, күрге килә. Ни хәлдә икән?» – яугирҙарына эш ҡушҡан арала ла шулай тип һөйләнә. Бик тынысһыҙ күренгәс, һорамай булдыра алманым:
– Кемде шул тиклем түҙемһеҙләнеп көтәһең?
Тәүҙә мин, дөрөҫөн әйткәндә, берәй ҡыҙ хаҡында һүҙ барамы, тип уйланым.
– Кемде булһын, атымды. Берәйһе генә алып китмәһә ярар ине. Өлгөрөргә кәрәк.
Төштән һуң сығып китте был. Эңерҙә ҡәнәғәт йылмайып ҡайтты. Атҡа атланған сабый кеүек бәхетле ине командир. Ысынлап та, ялтырап торған ҡола айғыр дан ине. Һомғол уҡ булмаһа ла, барышы ла, ҡарашы ла яғымлы ине аттың. ҡарап тороуы кинәнес. Ғәҙәттә, бындай ат ярһыу күңелде нисектер тынысландыра, ҡәҙимге тормошҡа алып ҡайта. Уның өҫтөндә ерҙең ныҡлығын нығыраҡ тойған кеүекһең. Һуңынан киске аш мәлендә командир был изге йәнгә нисек юлыҡҡанын һөйләне.
– Үткән йыл ат таба алмай моңайып лагерға ҡайтып киләм. ҡаршыма ике һыбайлы туҡтаны, француз кирасир­ҙары икән. Һин нимә, башҡорт, атһыҙ, был һиңә килешмәй, ти былар, сәмгә тейеп. Ярата улар беҙҙе, ата-бабаларыбыҙ аша ла, беҙҙе танып, һанлап та. Хәлемде һөйләгәйнем, былар, тиҙерәк Беззубово ауылына табан йүгер, ундағы хужалыҡта хужаһыҙ өс ат бар әле, тиҙәр. Йүгерҙем, туҡтауһыҙ-ниһеҙ сәғәттән ашыу йүгерҙем. Барып индем дә, хайран ҡалдым, ат һарайында башҡорт аты мөлдөрәп миңә ҡарап тора. Шатлығымдан күҙҙән йәштәр атылып сыҡты.
Баҡһаң, «Тройка» крәҫтиән хужалығы етәксеһе Иван Петрович Прокутин уны Башҡортостандан һатып алған икән. Ат ҡараусы – ҡырғыҙ егете Бәхтийәр, ҡулға килеп тотторҙо ла, исеме Мерлин, ти, тик мин улай инглизсә иҫләй алмайым, шуға Мөхәммәт-Рәсүл тип йөрөтәм, ти. Бына шулай тоғро дуҫымды, яҡташымды Мәскәү артында таптым, – тип тамамлай һүҙен Илдар Шәйәхмәтов.
Аттарҙы беҙҙең егеттәр ваҡытлыса ҡуртымға ала. Хаҡтар, әлбиттә, бында ярайһы уҡ ҙур, көнөнә 7 мең һум. Был сумманы беҙҙең Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ҡаплай. Егеттәр, министрлыҡҡа рәхмәт әйтергә онотма инде, тип бер нисә тапҡыр ҡабатланы. Егеттәрҙе атҡа атландырған өсөн рәхмәт, министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре.
Быйыл Баймаҡ егете Айбулат Байғотлинға ла урында бер йәш тай таптылар. Йәшлеге, тәжрибәһеҙлеге үҙенекен итәме, тыңлашмай бер булды. Урындағы хужалыҡ юҡҡа башҡорттарға тәҡдим итмәгәндер, сөнки бынан алда дүрт һыбайлыны алып бәргән икән ул. Ул хәбәрҙе беҙ һуңынан ғына белдек, әлбиттә. Әзмәүерҙәй, боронғо башҡорттарҙы хәтерләткән киң яурынлы, ауыр кәүҙәле Айбулат теҙгенде ныҡ тотоп маташты ла ул... тик һуғышта һыната яҙҙы ир-егеткәй менән ат башы. Һыбайлы үҙе әйтеүенсә, толпар үҙе тырыш та, етеҙ ҙә ул, пушкаларҙың, мылтыҡтарҙың көслө тауышынан ҡурҡмай ҙа, ә бына елберләгән байраҡтарҙан, һелтәнгән ҡылыстан, хатта ерҙә елгә тегеләй-былай килгән пакеттан өркә икән. Тотоп алырмын тимә.
Яу барышында Баймаҡ егетенең өркәк аты, бер яҡҡа тайшанып, дошмандың бейек аты менән йөҙгә-йөҙ бәрелешә яҙҙы. Егетебеҙ йүгәнен өҙә тартып өлгөрҙөмө, ат туҡтап ҡалды. Тик бәһлеүәнебеҙ эйәренән ҡоламаны, киреһенсә, ауып барған еренән дошман атын этеп ебәреп, ҡалҡынды ла, артабан елде. Беҙ, тамашасылар, хайран ҡалып ҡул саптыҡ.
Егеттәр менән аттарыбыҙ «яу»ҙы лайыҡлы үтте. Ватан һуғышы ҡаһарманы, шағир Денис Давыдов башҡорттар тураһында: «Йәйә һәм уҡтар менән ҡоралланып, ҡолаҡсын бүрек, халатҡа оҡшаш кафтандар кейеп, тәпәшәк аттарға атланып, улар Наполеонға ҡурҡыу һалырға, Рәсәйгә буйһонған бөтә халыҡтар баш күтәргән тигән фекер тыуҙырыр­ға ебәрелгәйне...» – тип юҡҡа ғына яҙмаған икән.

Мөнир ҡУНАФИН.
Мәскәү өлкәһе,
Бородино ауылы.
АВТОР фотолары.
(Дауамы. Башы 69-сы һанда).










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә