14.09.2012 Лайыҡлы эшкә – лайыҡлы баһа
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Президиумы ултырышында Константин Толкачев бер төркөм үткән саҡырылыш депутатына юғары наградалар тапшырҙы.
БР беренсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы депутаты Рауил Яппаров, Өфө дезинфекция станцияһының баш табибы Александр Мочалкин, ҡалтасы районы хакимиәте башлығы Рәүис Нуретдинов, Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мусин Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың Почет грамоталары менән бүләкләнде.
«Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтен үҫтереүгә айырыуса ҙур өлөш индергәне өсөн» почет билдәһенә беренсе һәм икенсе саҡырылыш депутаттары Фәнис Әмиров менән Әлим Әхмәҙиев, дүртенсе саҡырылыш депутаттары, «Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Рәйеф Маликов, БашДУ-ның Бөрө филиалы ректоры Салауат Усманов лайыҡ булды.
– Тырышлығығыҙ һәм профессионализмығыҙ арҡаһында Башҡортостандың социаль-иҡтисади мөмкинлектәрен үҫтереүгә артабан да ҙур өлөш индерәсәгегеҙгә ышанам, – тип билдәләне Константин Толкачев.