14.09.2012 Йәрмәкәйҙә ни хәлдәр?
Рөстәм Хәмитов был аҙнала Йәрмәкәй районындағы бер нисә ауыл хужалығы предприятиеһында булды, Йәрмәкәй ауылын үҫтереү буйынса пландар менән танышты.
Бекетов ауылында Президентты «Приютовагрогаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эше менән таныштырҙылар. Компанияның төп йүнәлеше – малсылыҡ. Йыл башынан етештерелгән тулайым продукция күләме 60 миллион һумдан аша, әммә агрофирма эше алға бармай.
Быйыл хужалыҡ яңы ауыл хужалығы техникаһы һатып алған. Уның хаҡының 40 процентын программа буйынса республика субсидиялаған. Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, был программа буйынса бурыстарҙы республика тулыһынса үтәйәсәк.
Урта ҡарамалы ауылында рәсми делегация Ивановтар ғаиләһенең крәҫтиән-фермер хужалығында булды. Бында көнбағыш майы һәм он етештерелә. Башҡортостан Президенты ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү технологияһы менән ҡыҙыҡһынды һәм хужалыҡ етәкселәренән республикала фермерҙарға һөҙөмтәле ярҙам итеү буйынса үҙ тәҡдимдәрен индереүҙәрен һораны.
Аксаков ауылында Рөстәм Хәмитов «Родина» агрофирмаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшмәкәрлеге менән танышты. Агрофирма саф тоҡомло йылҡы үрсетеү менән шөғөлләнә. Мал һаны 45-кә еткән.