14.09.2012 Банкылар хеҙмәттәшлеккә ынтыла
Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Мәскәү банкы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһының президент-рәйесе Михаил Кузовлев менән осрашты.
Осрашыуҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты кредитлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһы проекттарын тормошҡа ашырыуҙа банкының ҡатнашыуы һәм башҡа төрлө йүнәлештәр буйынса үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләре тикшерелде.
Башҡортостан Хөкүмәте һәм «Мәскәү банкы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында республиканы социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү программаларын һәм проекттарын бойомға ашырған ваҡытта яҡтарҙың үҙ-ара килешеп эш итеү тәртибен билдәләүсе хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.
«Мәскәү банкы» – Рәсәйҙең ҙур универсаль банкыларының береһе, ул илдең биш иң яҡшы банкыһы иҫәбенә инә. Башҡортостан Республикаһы өсөн бындай ҙур финанс ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек итеү мөһим.
Президент белдереүенсә, беҙҙең иҡтисади мөмкинлектәр яҡшы билдәле, инвесторҙар йәлеп итеү, предприятиелар төҙөү йәһәтенән алға табан барабыҙ.
Үҙ сиратында Михаил Кузовлев Башҡортостанды стратегик мөһим төбәк тип иҫәпләүҙәрен, Өфөлә банк филиалы 2006 йылда булдырылһа ла, әллә ни әүҙем эшләмәүен, шуға күрә республикала төрлө әһәмиәтле проекттарҙы финанслауҙа ҙур теләк менән ҡатнашырға теләүҙәрен әйтте.