RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

11.09.2012 Донъя яңылыҡтары

Куба ҡараңғылыҡҡа сумған
Донъя яңылыҡтары
Ял көнө кис Кубаның баш ҡалаһы Гаванала электр уты һүндерелә.
Пинар-дель-Рио, Артемиса, Гавана, Майабеке, Матансас, Сьенфуэгос, Вилья-Клара и Сьего-де-Авила провинцияларында ла ут юҡ. Электр селтәре эшендәге тотҡарлыҡтарға илдең көньяғында урынлашҡан Сьен­фуэгос ҡалаһындағы станциялағы авария сәбәпсе булыуы ихтимал, тиҙәр. Ил хөкүмәте килеп тыуған хәлгә рәсми аңлатма бирмәй, электр уты менән тәьмин итеүсе компания ла етешһеҙлектәрҙең сәбәбен аңлатыуҙан баш тарта. Уҙған быуаттың 90-сы йылдары аҙағында ла Кубала йыш ҡына ошондай хәл ҡабатлана. Советтар Союзынан субсидия бүлеү туҡтағанлыҡтан, ил көрсөк кисергән осор була ул. Хәҙер иһә электр энергияһын төрлө сәбәптәр буйынса һүндерәләр, шул иҫәптән был ғәҙәттән тыш хәлдәргә бәйле.

Пассажирҙар сәғәттәр буйы үҙ рейсын көтә

Силәбе ҡалаһы аэропортында көслө томан арҡаһында тиҫтәләгән самолет рейсҡа сыға алмаған.
Насар көн торошо арҡаһында Грецияға, Төркиәгә, Испанияға рейстар туҡтатылған. Шулай уҡ Сочи, Мәскәү ҡалаларына ла бер нисә рейс ваҡытында оса алмаған. Бөтә самолеттар ҙа дүшәмбегә ҡараған төндә осорға тейеш булған. Аэропорт шулай уҡ килеүсе самолеттарҙы ла ҡабул итмәй, улар Екатеринбург аэропортында туҡтарға мәжбүр. Һөҙөмтәлә аэропортта бик күп халыҡ йыйылып китә, улар, ултырырға урын етмәү сәбәпле, сәғәттәр буйы үҙҙәренең рейсын аяҡ өҫтө көтөргә мәжбүр булған.

Францияла байҙар өсөн һалым индерелә

Францияла йыллыҡ килеме миллион евронан ашҡан граждандар 75 процент һалым түләргә тейеш.
Ил Президенты Франсуа Олланд ошондай сара ярҙамында ике йыл эсендә илдең иҡтисадын тергеҙергә уйлай. Урындағы эксперттар иһә, юғары һалым хәлле граждандарҙың күпләп илдән китеүенә килтерәсәк, тип иҫәпләй. Әйткәндәй, иң бай француз – йыллыҡ килеме 41 млрд доллар булған 63 йәшлек Бернар Арно әле үк Бельгияға күсеп китергә йыйыныуы хаҡында белдергән.

Сүриәлә көслө шартлау

Аллепо ҡалаһында теракт һөҙөмтәһендә ике госпиталь, мәктәп һәм бер нисә йорт зыян күргән.
Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, фажиғәлә 27 кеше һәләк булған, 60-тан ашыуы йәрәхәтләнгән. «Сана» Сүриә мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, терактты Президент Асадтың дошмандары ойошторған. Улар тоннанан ашыу шартлатҡыс матдәне автомобилгә һалған.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә