11.09.2012 Немецтар беҙҙең ауыл хужалығы менән ҡыҙыҡһына
Башҡортостанда эш визиты менән Германияның ауыл хужалығы йәмғиәтенең (DLG) генераль директоры Рихард Грандке булып китте.
Сит ил ҡунағы «Алексеевский», «Рощинский» совхоздарында, «Артемида» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды. Шулай уҡ ул республикала ауыл хужалығы өлкәһендә белем биреү системаһы менән танышты. Башҡорт дәүләт аграр университеты проректоры Марс Фархшатов ҡунаҡҡа уҡыу йортонда тормошҡа ашырылған проекттар тураһында һөйләне. 127 йыллыҡ тәжрибәһе булған немец ауыл хужалығы йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек итеү Башҡортостандың ауыл хужалығы өсөн белгестәр әҙерләүгә үҙ өлөшөн индерер ине, тип билдәләнде осрашыуҙа. Рихард Грандке, үҙ сиратында, бергә эшләргә әҙер булыуын белдерҙе һәм Башҡортостандан да өйрәнәһе нәмәләрҙең күп булыуын билдәләне.
Республиканың Ауыл хужалығы министрлығында Германия ҡунағы БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – төбәктең ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев менән тармаҡҡа яңы технологиялар индереү мөминлектәрен тикшерҙе.
Рихард Грандке Агротехнологиялар инновация үҙәген асыуҙа, урындағы ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр өсөн семинарҙар үткәреүҙә һәм башҡа мәсьәләләрҙә республикаға ярҙам итергә әҙер булыуы хаҡында һөйләне.
Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе шарттарында Башҡортостан агросәнәғәте өсөн немец ауыл хужалығы йәмғиәтенең тәжрибәһе үтә мөһим. Коммерцияға ҡарамаған был ойошмала 24 мең ағза иҫәпләнә. Фәнни-техник прогресҡа булышлыҡ итеү һәм уны үҫтереү, эксперттар менән тәжрибә уртаҡлашыу, махсус күргәҙмәләр ойоштороу, техниканы һынап ҡарау йәһәтенән аграр һәм аҙыҡ-түлек тармаҡтарында әлеге йәмғиәт алдынғыларҙан һанала.