17.08.2010 Эттән... һурпа
Әллә ҡайҙа алыҫта булған хәл түгел был, ә үҙебеҙҙең Башҡортостанда бер ир күршеләренең этен һуйып ашарға ниәт иткән. Сәйер кешеләр күп инде арабыҙҙа.
«Минең экзотик ризыҡ тәмләп ҡарағым килде», – тип аңлатҡан ир был ҡырағай аҙымын. Үҙенең гаражы артында һуйылған эт түшкәһен тапҡан бер ҡатын милицияға мөрәжәғәт итә. Милиция эҙләү этен эйәртеп килеп етә, һәм эттән аш бешерергә ниәтләгән ирҙе тоталар. Аслыҡтан шулай иткән, тип тә уйламаҫһың. Сәйер замандашыбыҙ «Хайуандар менән ҡаты мөғәмәлә иткәне өсөн» статьяһы буйынса хөкөм ителәсәк.
Т. АМАНОВ.