07.09.2012 «Сода» етәкселегендә – таныш исем
«Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы йыйылып, унда советҡа яңы рәйес һайланды. Был вазифаға бер тауыштан Рәсәй һәм Беларусь Республикаһы союздаш дәүләтенең Дәүләт секретары Григорий Рапота һайланды.
Әлеге ҡарар Беларусь Республикаһының кальцийлы сода етештереү буйынса завод төҙөү проектын бойомға ашыра башлауы менән бәйле. Проект быйыл июндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Белоруссияға визиты барышында тикшерелгән.
Стәрлетамаҡта теркәлгән «Сода» компанияһы – Рәсәйҙең ҙур акционерҙар йәмғиәте. Башҡортостан – төп акционер, ул акциялар пакетының 61,65 процентына эйә. Икенсе ҙур акционер – «Каустик» (акциялар пакетының 34,8 проценты).
«Сода»ның директорҙар советы составына, Григорий Рапотанан тыш, БР Президенты кәңәшсеһе Спартак Әхмәтов, БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Алексей Изотов, БР ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Рәмил Исҡужин, иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин, «Башҡортостан химияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Надежда Пинигина, директорҙар советы рәйесе Дмитрий Пяткин, «Төбәк фонды» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Юрий Смирнов инә.