07.09.2012 Өс һөйләм менән
Өфөнөң Совет районында яңы балалар баҡсаһы сафҡа индерелде. «Теремок» барлыҡ заман талаптарына яуап бирә. Унда йоҡо, уйын һәм туҡланыу бүлмәләре менән тәьмин ителгән дүрт төркөм эшләйәсәк.
4 сентябрҙән 4 октябргә тиклем республикала иң яҡшы уҡытыу-консультация пунктына һәм граждандар оборонаһы буйынса иң яҡшы курсҡа смотр-конкурстар үтә. Төбәктең муниципаль берәмектәре «Халыҡтың имен йәшәйешен тәьмин итеү өлкәһендә иң яҡшы урындағы үҙидара органы» исеме өсөн көс һынаша. Граждандар айлығында мәғариф һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында хәбәр итеү һәм эвакуация буйынса күнекмәләр, хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса практик күнекмәләр, шулай уҡ йәшәйеш именлеге нигеҙҙәре буйынса викториналар һәм ярыштар үткәреү күҙаллана.
13 − 14 сентябрҙә Өфөлә Рәсәйҙән полиграфистар һәм нәшриәтселәр «Тамға − 2012» форумына йыйыласаҡ. Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Свердловск, Силәбе, Ырымбур, Пермь өлкәләре, Татарстан, Удмуртия, Сыуашстан һәм башҡа төбәктәрҙән йәмғеһе 100 кеше унда ҡатнашырға теләк белдергән. Программала тармаҡтың алдынғы эксперттарының сығыштары, фекер алышыуҙар, семинарҙар, «түңәрәк өҫтәл»дәр, шулай уҡ презентациялар ҡаралған.
Республика аграрийҙары 1,786 миллион тонна иген һуғып алған. 13 районда ураҡ эштәре тулыһынса тамамланған, республиканың йәнә 19 районында майҙандарҙың 95 проценты эшкәртелгән. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уртаса уңыш гектарынан 11,5 центнер тәшкил итә.
Башҡортостан орлоҡҡа ҡытлыҡ кисермәйәсәк. Орлоҡ фондына аграрийҙар 280 тонна бөртөклө культураны һалған да инде. Йыл ҡырыҫ килһә лә, 32 район үҙҙәренең страховка фондына ла етерлек иген әҙерләгән.
З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.