28.08.2012 Һаулыҡ һаҡлау темаһы һәр һөйләшеүҙә лә актуаль
Сентябрь аҙаҡтарында, теүәлерәге 27 – 28 сентябрҙә, Мәскәүҙә “Рәсәйҙең яңы социаль сәйәсәте. Үҫеш нөктәләре” Өсөнсө социаль форумы уҙасаҡ. Уны РФ Дәүләт Думаһы, Йәмәғәт, Сауҙа-сәнәғәт палаталары, Хеҙмәт һәм социаль яҡлау, Төбәк үҫеше министрлыҡтары, Мәскәү хөкүмәте, Стратегик башланғыстар агентлығы, “Мәғлүмәт стратегиялары үҙәге” автономиялы коммерция булмаған ойошмаһы үткәрә. Маҡсат та ҙурҙан билдәләнгән – социаль сәйәсәтте яңыртҡанда граждандарҙы, власты һәм эшҡыуарлыҡты берләшергә саҡыра ул. Бына ошо форумға әҙерлек барышында һәр төбәктә айырым саралар, “түңәрәк өҫтәл”дәр ойошторолоп, бөгөнгө Рәсәйҙә социаль проблемаларҙы хәл итеү буйынса тәҡдимдәр теркәләсәк. Уларға форумда йомғаҡ яһаласаҡ.
Беҙҙең республиканың Йәмәғәт палатаһында ла ошо көндәрҙә “Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялауҙың төп йүнәлештәре һәм кешене һаҡлау сәйәсәтен бойомға ашырыу” темаһына арналған “түңәрәк өҫтәл” уҙҙы. Унда БР Һаулыҡ һаҡлау, Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлыҡтарынан, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙан, Башҡорт дәүләт медицина университетынан вәкилдәр саҡырылғайны, шулай уҡ, Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы, һуғыш ветерандары ойошмаһы, Милли медицина лигаһы һ.б. хеҙмәткәрҙәр, белгестәр бар ине.
Сарала, башлыса, Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау торошо, был өлкәне камиллаштырыуға йүнәлтелгән программаларҙы бойомға ашырыу тураһында һүҙ барҙы. Республикала тармаҡты яңыртыуҙың төп йүнәлештәре билдәләнеп, арыу ғына финанс сығымдары бүленгән. Әлбиттә, хәл итәһе проблемалар күләме лә ҙур ғына. Мәҫәлән, медицина учреждениеларының 49 проценты 60 – 70 йылдарҙа төҙөлгән булыуын ғына ла әйтеү етә, ҡорамалдарҙың да ҡап яртыһы иҫкергән һанала.
Яңылыҡтарға килгәндә, модерницазиялау йәһәтенән республикала туғыҙ махсуслаштырылған медицина округын барлыҡҡа килтереүҙе атарға мөмкин. Улар Өфө, Белорет, Октябрьский, Бөрө, Сибай, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Күмертау ҡалаларында һәм Мәсәғүт ауылында урынлашасаҡ. ҡайһы бер белгестәр билдәләүенсә, был үҙәктәрҙе булдырыу уйлап еткерелмәгән, халыҡҡа квалификациялы медиктарға барыу юлы тағы ла оҙонаясаҡ. Сирле кеше тәүҙә участка бүлексәһенә бара, унан һуң – район дауаханаһына, бынан йүнәлтмә әлеге махсуслаштырылған үҙәккә бирелә, унда ла тейешле ярҙам ала алмаған хәлдә, республика клиникаларына юл тоторға тура киләсәк. Йыш ҡына ауыр сирле бындай юлдарҙа бөтөнләй аяҡтан яҙа.
Унан килеп, Башҡортостан ауылдарында медицина белгестәре етешмәй. Бөгөнгә 250 кеше “Земство табибы” программаһы буйынса килешеү төҙөгән. “Түңәрәк өҫтәл”гә килеүсе тәжрибәле медицина белгестәре әйтеүенсә, был да төпкөл райондарҙы кадрҙар менән тәьмин итеүгә әллә ни файҙа килтермәйәсәк.
Шундай һандар ҙа билдәле – медицина буйынса уҡыу учреждениеларын тамамлаусыларҙың ике проценты ғына ауылға китергә теләк белдерә, 40 проценты иһә табип булып эшләргә лә теләмәй.
“Йәмәғәт палатаһы халыҡтың хәл-торошон властарға еткереү өсөн төҙөлгән. Беҙ был юҫыҡта ниндәй ҙә булһа булышлыҡ итә алһаҡ, маҡсаттар ҙа тормошҡа ашыр ине”, – тигән фекерҙә Йәмәғәт палатаһы ағзалары. Һаулыҡ һаҡлауға ҡағылышлы етди мәсьәләләр тураһында теләк-тәҡдимдәр тиҙҙән буласаҡ социаль форумға еткереләсәк.
Әйткәндәй
БР Йәмәғәт палатаһының тәүге ултырышы 2009 йылдың июлендә үткән. Рәйесе – «Энергия ресурстары транспорты проблемалары институты» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры, БР Фәндәр академияһы академигы Әсғәт Ғүмәров. Палата 30 кешенән тора. Ағзаларҙың яртыһы Башҡортостан Президенты тарафынан раҫланһа, яртыһын Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай күрһәтә. Унда иҡтисади үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ, ҡануниәт һәм норматив-хоҡуҡи акттар мониторингы, гражданлыҡ йәмғиәте, мәғлүмәт сәйәсәте һәм мәҙәниәт, социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, фән һәм инновациялар, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу, патриотик тәрбиә биреү, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комиссиялар эшләп килә.