RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Данлы һәм ҡанлы рейд

31.08.2012 Данлы һәм ҡанлы рейд

Данлы һәм ҡанлы рейд Бынан 70 йыл элек, 1942 йылдың 23 авгусында, ҡыҙыл Армия менән немец-фашист илбаҫарҙары араһында 1943 йылдың ғинуар аҙағында ғына тамамланыр ҡан ҡойғос Сталинград һуғышы башланды.
Был алыш һөҙөмтәһендә дошман етди еңелеүгә дусар ителде һәм, ғөмүмән, Германияның еңелеүенең башы ошо ине.
Биш айлыҡ алыш барышында дошман 1 миллиондан ашыу кешеһен, 5 меңләп самолетын, 9 мең танкыһын, 2 мең орудиеһын һәм башҡа төр техникаһын юғалтты.
Беҙҙең юғалтыуҙар тураһында мәғлүмәт табып булмай. Нигеҙҙә беҙ немецтарға ҡарағанда йыш ҡына бер нисә тапҡырға күберәк юғалтабыҙ.
112-се Башҡорт атлы дивизияһы Сталинград һуғыштарында әүҙем ҡатнаша, Сталинград операцияһы бөтөр-бөтмәҫтән дошман тылына рейдҡа ебәрелә.

Башҡорт атлы
дивизияһы һәләкәтен иҫкәртеп була инеме?

Ҙур һорау. Әүлиәләр генә яуап бирер һорау. Ә автор быға яуап бирергә һис кенә лә дәғүә итмәй, мәгәр үҙ фаразын белдереүҙән дә баш тартмай. Уның өсөн фронт һыҙығының теге яғына күҙ һалыу зарур.
ҡайһы бер хөрмәтле ҡәләмдәштәр һуғыш темаһына яҙғанда фронт һыҙығы аръяғы хаҡында яҙырға ояла. «Фашистмы? Фашист!» «Киләме? Килә!» һ.б. шуның менән сикләнәләр. һөҙөмтәлә уҡыусылар­ға, беләктәрен һыҙғанып, каскаһын батырып кейгән, автоматынан туҡтауһыҙ пуля яуҙырып килгән, йылмая ла, бошона ла белмәгән, көс-ҡеүәте сикһеҙ, гел генә өҫкә менеп килеүсе робот ише һөмһөҙ, аяуһыҙ һәм ҡурҡыныс дошман образы күҙ алдына килеп баҫа… Бындай авторҙар заманында немецтар тураһында «еңелмәҫ йәндәр» тигән мифты үҙҙәре лә аңғармаҫтан бөгөнгө уҡыусы күңеленә лә оялатыуҙы дауам иттереүҙәрен аңлаймы икән? Ә бит етәкселегенең системаһына, ғәскәрҙәренең структураһына инеп китһәң, дошмандың да маҡтанырға бик үк рәте булмаған. Образлыраҡ итеп әйткәндә, итәген киҫеп – еңенә, еңен киҫеп, итәгенә ямау һалған ваҡыты. Һәм, шулай итеп, Башҡорт атлы дивизияһы һәләкәтен иҫкәртеп булыр инеме? Автор фаразы: булыр ине. Әгәр Сталинград алышы һәм беҙҙекеләрҙең еңеүе булмаһа. Еңеүҙән һуң әҙерлекһеҙ, миктәгән ғәскәрҙәр менән 2 – 20 февралдә Донецк тирәһендә совет ғәскәрҙәре һөжүмгә күсмәһә.
Сталинград алышы булмаһа, дивизия ҡыҙыл Армияның башҡа частары менән бер рәттән фронталь һуғыштар алып барған булыр ине, «рейд» тип аталған ҡамалышта һуғышҡанға ҡарағанда әҙерәк юғалтыуҙар кисерер ине.
Нилектән Сталинград алышы килеп тыуҙы һәм ҡыҙыл Армия нисек дошмандың 6-сы армияһын тар-мар итеүгә өлгәште?

Гитлерҙың ике хатаһы арҡаһында

Был яуап инде автор фаразы ғына түгел, ә объектив ҡарашлы тарихсылар һығымтаһы (Н. Н. Головкина, А. А. Егоров, В. П. Подольников. История войн. Т. З. Ростов-на-Дону: Феникс, 1997. С.131 – 138).

Гитлер хаталанғансы булған хәлдәр

1942 йылдың яҙы-ҡышҡы өҙлөк­һөҙ ҡаты һуғыштарҙан һуң ике яҡтың да хәлһеҙләнеп, нигеҙҙә, бер-береһенә ҡаршы тороуы менән үтә. 8 майҙан 27 июнгә тиклем үҙенең союздаштары булған итальяндарҙан, румындарҙан, венгр­ҙарҙан, словактарҙан торған илле бер дивизия һәм испандар­ҙың үҙҙәре теләп һуғышҡа килгән тағы ла бер дивизияһынан торған ярҙамды алыу менән һуғыш хәрәкәттәре яңынан йәнләнә. Генерал Манштейндың 11-се армияһы фронт һыҙығында ҡышҡы һуғыштар һөҙөмтәһендә рустарҙың алғараҡ сығып киткән кәкерсәкле урындарын тиҙ арала тигеҙләп тә ҡуя. ҡыҙыл Армияның ике йөҙ илле мең кешеһен юҡ итеп, Кречь ярымутрауы менән Севастополде биләй.
Ошо уңыштарынан һуң Гитлер 1942 йылдың йәйендә, июнь аҙаҡтарында, йәйге һөжүм кампанияһын йәйелдерә. Ул шәхсән үҙе төҙөгән план буйынса фронтын үҙгәртеп ҡора. «Төньяҡ» («Север») армиялары төркөмөн генерал Вейхс етәкселегенә тапшырып, уны «В» төркөмөнә, «Көньяҡ» («Юг») армиялары төркөмөнә башлыҡ итеп генерал Листы тәғәйенләп, уның төркөмөн «А» төркөмө тип үҙгәртә. Ике төркөмгә лә, кисекмәҫтән һөжүмгә күсеп, Донды, Ростов өлкәһен, Сталинградты алыу, бер үк ваҡытта көньяҡ йүнәлешендә хәрәкәт итеп, Каспий диңгеҙенә сығыу, Кавказды яулау, Кавказдың нефть ресурстарын ҡулға төшөрөү, совет армияһы техникаһын яғыулыҡ-майлау материалдарынан мәхрүм итеү бурысын ҡуя.
ҡайһы бер уҡыусыла, автор ниңә тарихҡа дөйөм мәғлүм ваҡиғалар­ҙы ҡабатлай икән, тигән ғәҙел һорау тыуыр. Әммә ошо пландар нигеҙендә вермахтың еңелә башлауына сәбәпсе Гитлерҙың ике оло хатаһы ятҡанын бөтәбеҙ ҙә беләбеҙме икән?
Гитлерҙың беренсе хатаһы. Сталинград менән Кавказға армияларының «В» һәм «А» төркөмдәре менән һөжүмде бер ыңғай йәки бер үк ваҡытта алып барыуы. Был ике операцияның да көсөн кәметте, тәьминәттә ҡыйынлыҡтар тыу­ҙырҙы. Иң мөһиме – икегә айырылып киткән ике төркөм фронты араһында вермархт контроллегенән сыҡҡан 240 миль (430 – 440 саҡрымлап) буш арауыҡ барлыҡҡа килде. Рәхмәт яуғыры, ошо арауыҡ Дон үҙәндәрендә ҡамалышта ҡалған ҡыҙыл Армия частарына үҙебеҙҙең яҡҡа сығырға булышлыҡ итте. Гитлер армияларының «В» төркөмөнән генерал Готтың 4-се танк армияһын көньяҡта һөжүм итеүсе «А» төркөмөнә ярҙамға ебәр­ҙе. Шуның менән Сталинград йүнәлешендә һөжүм итеүсе генерал Фридрих Паулюстың 6-сы армияһы ҡеүәтен ҡаҡшатты. Немецтарҙан хәрби һауа көстәренең әүҙем ярҙамы арҡаһында ғына август аҙаҡтарында Паулюс Волга ярҙарына килеп етә алды һәм төньяҡтан Сталинградҡа янаны.
Гитлерҙың икенсе хатаһы. «А» төркөмө алдына ҡуйылған бурысты үтәй. 23 июлдә ул Ростов ҡалаһын ала, Донды кисеп сыға һәм Кавказ тауҙары араһына инеп китә. ҡайһы бер частарға Каспий диңгеҙе ярына етергә 70 кенә миль (130 – 140 саҡрым) самаһы ара тороп ҡала. Ошонда Гитлер йәнә хата ебәрә. Сталинградҡа һөжүмдең яй барғанына асыуы ҡабарған фюрер 4-се танк армияһын алып, яңынан Сталинград тирәһендә барған һуғыш хәрәкәттәренә ҡуша. Шул сәбәпле «А» төркөмө тотҡан фронт һыҙығы 500 милгә тиклем (900-ләп саҡрым) һуҙылырға мәжбүр була. Гитлерҙың бынан да бигерәк оло хатаһы – Сталинград тирәһендәге берҙән-бер резервы – генерал Манштейндың 11-се армияһын ҡамауҙағы Ленинградты тиҙерәк алыу өсөн төньяҡҡа күсереүендә. Көнсығыш фронт эштәре буйынса яуаплы генераль штаб начальнигы, генерал Франц Гальдер менән «А» төркөмө командующийы, генерал Лист Гитлерға ҡәнәғәтһеҙлек менән протест белдерә. Һөҙөмтәлә Гитлер Гальдерҙың хәрби карьераһына оло нөктә ҡуя, Листы вазифаһынан бушатып, Көнсығыш Пруссиянан тороп, йәғни 1200 миль (2100 саҡрымдан күберәк) алыҫлыҡ аша «А» төркөмө менән үҙе шәхсән етәкселек итә башлай.
Артабан 1942 йылдың 13 июленән башлап 1943 йылдың 2 февралендә генә тамамланыр Ста­линград һуғышы эпопеяһы. Мар­шал Г. Жуковтың дөйөм етәкселеге аҫтында маршал К. Рокоссовский, генералдар Н. Ватутин, В. Чуйков һәм А. Еременколарҙың үҙ фронттары менән Ф. Паулюс армияһын ҡамап әсиргә алыуҙары, генерал Вейхстың «В» армиялар төркөмөн Көнбайышҡа сигендереүҙәре, ҡыҙыл Армияның бөтә донъяға даны шаулауы.
Был операцияларҙы планлаш­тыр­ғанда һәм башҡарғанда Жуков Гитлерҙың ике хатаһы менән оҫта файҙалана. Паулюс армияһын ҡамағанда ул, Манштейн армияһы юҡлығынан файҙаланып, Воронеж, Көньяҡ-көнбайыш һәм Дон фронттары менән Сталинградтан төньяҡтан «В» төркөмө фронтын ныҡышмалы өҙөп, дошман тылына үтеп инә. Ә көньяҡтан Паулюсты Гитлер үҙе әҙерләп ҡуйған 240 миллек арауыҡ буйлап Сталинград фронты ғәскәрҙәре бер үҙҙәре, бер аҙ шаштырыбыраҡ әйткәндә, төньяҡтан ҡамаусы өс фронт ғәскәрҙәренә ҡаршы дөбөр-шатыр сабып үтә лә китә. Артабан, Сталинград эпопеяһы тамамланғас та, өҫтәрәк әйтеүебеҙсә, совет армияһы 2 – 20 февралдә һөжүмгә күсә. Әҙерлекһеҙ һәм разведка хаҡында мәғлүмәт булмай тора. Телгә алын­ған сығанаҡта һөжүмгә күсеү хаҡында: «Рустарҙың танктары Харьковты урап үтеп, Днепр ярҙарына сыҡты, ошо уҡ ваҡытта партизандар дошман тылында дошманға ударҙар яһай», – тиелә. Был осраҡта, тарихсылар составына Башҡорт атлы дивизияһы ла ингән генерал Борисовтың атлылар корпусын партизандар менән бутаманымы икән, тигән ғәҙел һорау тыуа… Буталғанға оҡшай, бик оҡшай. 1943 йылдың ҡышында Сталинград фронтынан ҡул һуҙымы ерҙә партизандар ҡасан ойошоп өлгөргән һуң? Уларҙың урыны Белоруссия менән Украина. Полесье урмандарында, Припять һаҙлыҡтарында, Карпат тауҙарында. Сталинград алышынан һуң февраль – март айҙарында немец етәкселәре Ворошиловград – Харьков арауығында ҡыҙыл Армияның 60 меңдән ашыу кешеһен юҡ итеүе тураһында хәбәр итә. Был һан генерал Борисовтың атлылар корпусы һанына бик тә тап килә. Был тирәлә немецтарҙың 1-се танк армияһы, Паулюсҡа ярҙамға килә алмаған генерал Манштейндың «Дон» армияһы, «А» төркөмөнөң 17-се армияһы тора. Йомран да йәшенеп ята алмаған Дон далалары партизандар йөрөрлөк урынмы ни?! Ә һауала һаман өҫтөнлөк итеүсе люфтваффены иҫәпкә алһаң? Дошман әлегә иҫ китмәле көслө. Рейдҡа инәбеҙ тип, бына ниндәй дошман ҡосағына барып инде беҙҙең атлылар. Паулюсты ҡотҡара алмағандан үсе ташып торған дошман ҡосағына. Генсектың, һуғыш ваҡытында Юғары баш командующийҙың «уңыштарҙан башы әйләнеү ғәҙәте»н беҙ беләбеҙ. Ауылды коллективлаштырғанда, Нагульновтарҙан крәҫтиәнде наган төйҙәһе менән туҡматып, колхоздарға мәжбүри индереү арҡаһында саҡ тоҡанып китмәгән дөйөм крәҫтиән сыуалыштарынан Генсек, «уңыштарҙан башы әйләнеүгә» һылтанып, бер тапҡыр ҡотолоп ҡалғайны инде. Сталинград еңеүенән һуң да уның шул өйәнәге тот­ҡан­ға оҡшай. Дошманды тын алыр­ға бирмәй артабан ҡыуыу теләге һәйбәт. Ләкин үҙ мөмкинселектәре хаҡында ниңә әҙ уйланды икән?
Совет армияһының һөжүмгә күсеүенә Манштейн 18 февралдән 20 мартҡа тиклем контрһөжүм менән яуап бирә һәм һан яғынан үҙенекенән ете тапҡырға күберәк совет ғәскәрҙәрен ғәйәт ҙур юғалтыуҙарға дусар итә. Һөҙөмтәлә немецтар элекке фронт линияһын торғоҙоп ҡына ҡалмай, хатта алғараҡ китә. Был контрһөжүмде өҫтәрәк телгә алынған «История войн» авторҙары «генерал Манштейндың хәрби сәғәте һәм полководецлыҡ оҫталығы» тип таный (150-се б).
Автор үҙ фекерен абсолют хаҡлыҡ тип һанамай, бер кемгә лә тағырға йыйынмай, хаталаныуы ла бар. Ул булдыра алғанын әйтте, килешмәгәндәр өҫтәп үҙ һүҙҙәрен әйтергә хаҡлы.
Хәмит ИРҒӘЛИН,
Стәрлетамаҡ яҙыусылар
ойошмаһының яуаплы секретары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә