RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Әҙерлекле кадрҙар кәрәк

31.08.2012 Әҙерлекле кадрҙар кәрәк

Өфөлә ошо көндәрҙә Рәсәй ислам университетын тамамлаусыларҙың беренсе бөтә Рәсәй съезы үтте. Унда 700-ҙән ашыу делегат – университетты тамамлаусылар, төбәк ойошмалары етәкселәре, Башҡортостан, Татарстан, Мари Иле, Сыуашстан, Чечня, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтары, Силәбе, ҡурған, Свердловск, Ырымбур, Һамар, Ульяновск өлкәләре, шулай уҡ БДБ илдәренән вәкилдәр ҡатнашты.
Форумда ҡатнашыусыларҙы Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин сәләмләне. Уның фекеренсә, дин өлкәһендә әҙерлекһеҙ кадрҙар булмайынса тороп, илдә экстремизмға ҡаршы тороп булмаясаҡ. Ул Рәсәй мосолмандары берекмәһен ойоштороу тәҡдиме менән сығыш яһаны.
Рәсәй ислам университеты тарихы Өфөлә 1989 йылда мәҙрәсә асыу менән башлана. Аҙаҡ ул Ризаитдин Фәхретдин исемендәге ислам институты итеп үҙгәртелә. 2003 йылда был уҡыу йорто Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты статусын ала.
– Уҡыу йорто барлыҡҡа килгәндән алып бер ҙә осрашҡаныбыҙ булманы, – тип университет ректоры, Силәбе һәм ҡурған өлкәләре мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Ринат хәҙрәт Раев. Форумды үткәреү тәҡдиме менән университетты тамамлаусылар һәм студенттар сығыш яһаған. Юғары уҡыу йорто барлыҡҡа килгәндән алып унда меңдән ашыу кеше уҡыған. Уларҙың барыһы ла имам, ахун, имам-мөхтәсип, шулай уҡ мөфтөй булып эшләй.
– Имамдарҙың белем кимәлен яңы мәғариф стандарттарына һәм талаптарына ярашлы күтәрергә тырышабыҙ, – тип аңлатты ректор. – Быйыл университет үҙенең магистратураһын асты, ә 2013 йылда белгестәрҙең беренсе сығарылышы була.
Әлегә магистрҙар килешеү буйынса Төркиә Республикаһында әҙерләнә. Башҡортостандан алты студент быйыл диплом ала.
Рәсәй ислам университеты халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтерә, ул Халыҡ-ара ислам университеттары федерацияһына инде.
Форумда ҡатнашыусылар дин хеҙмәткәрҙәре кадрҙар әҙерләү, йәштәр менән эшләү, шулай уҡ экстремистик ағымдарҙың һәм ойошмаларҙың килеп инеүен иҫкәртеү буйынса дөйөм принциптарын әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә