31.08.2011 Путин Рәхмәт хаты ебәрҙе
Башҡортостандан Владимир Путиндың Халыҡ штабы ағзаларына Рәсәй Президентын һайлау кампанияһында әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Юғары баһаны республика башлығы Рөстәм Хәмитов Владимир Путиндың Башҡортостандағы Халыҡ штабы етәксеһе, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты башлығы Альберт Мифтаховҡа, партия рәйесенең Башҡортостан төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе Раил Әсәҙуллинға, президентлыҡҡа кандидаттың төбәктәге ышаныслы кешеләре булған Надежда Крылова һәм Рәшиҙә Солтановаға тапшырҙы.
– Минеңсә, Рәсәй Президентын һайлау Башҡортостанда яҡшы кимәлдә үтте – Владимир Путин кандидатураһы өсөн республика һайлаусыларының 75,3 проценты тауыш бирҙе, – тине «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты башлығы Альберт Мифтахов. – Һайлау штабы ла яҡшы эшләне. Уның ағзалары шулай уҡ Станислав Говорухиндың Рәхмәт хаттары менән наградланасаҡ. Әммә беҙ Рәхмәт хаттары өсөн түгел, ә тәү сиратта халыҡ өсөн эшләнек.