RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Австрия тәжрибә уртаҡлашырға әҙер

27.07.2012 Австрия тәжрибә уртаҡлашырға әҙер

Республика йортонда Австрия­ның Рәсәй Федера­цияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Маргот Клестиль-Лёффлер менән осрашыу булды.
Ике яҡ араһында эшлекле бәйләнештәрҙе нығытыу, тауар әйләнешен арттырыу мәсьәләләре тикшерелде, сит ил инвесторҙарына республикала эшләү өсөн уңайлы шарттар гарантияланыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Башҡортостан юғары технологиялар өлкәһендә Австрия менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү яҡлы. Уның һүҙҙәренсә, республикала Көн­байыш Европа илдәрен ҡыҙыҡһындыра алған заманса эшләнмәләр бар.
– Иң тәүҙә юғары технологиялар өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтерергә теләр инек. Был – металдар­ҙы эшкәртеү өсөн яңы прецизион электрохимия станоктарын етештереү. Улар медицина, приборҙар һәм автомобилдәр эшләү өлкәләре өсөн ҡорамалдар етештерергә мөмкинлек бирәсәк. Австрияла бындай станоктарҙы берлектә етештерергә тәҡдим итә алыр инек, артабан уларҙы Көнбайыш Европа илдәренә сығарырға була, – тине Президент. – Австрия сәнәғәтселәре һәм етештереүселәре өсөн иң уңайлы шарттар булдырасаҡбыҙ: административ кәртәләр, бизнесты ҡыҫырыҡлау булмаясаҡ, ул бюрократик структураларҙан яҡлаулы буласаҡ тип гарантиялайбыҙ.
Маргот Клестиль-Лёффлер һүҙҙәренсә, хеҙмәттәшлек итеү өсөн ҙур потенциал бар.
– Юғары технологиялар, туризм өлкәләрендә эшләүсе фирмалар бихисап, улар үҙ тәжрибәһе, белеме менән уртаҡлаша алыр ине. Белеүемсә, Башҡортостанды «Рәсәй Швейцарияһы» тип атайҙар. Австрияла урындағы ауыл хужалығы продукцияһы юғары баһалана. Беҙҙең ауыл хужалығы продукцияһы Европала иң яҡшыһы һанала. Был йәһәттән тәжрибә уртаҡлаша алыр инек, тип уйлайым, – тине ул.

Әйткәндәй

ҡытай Халыҡ Республикаһы делегацияһы ла килеп, беҙҙә шиналар етештереү заводы төҙөү мөмкинлеген ҡараны. Ыңғай ҡарар ҡабул ителгән хәлдә тәүге этапта инвестиция күләме 250 миллион евроға етергә тейеш, йылына дүрт миллиондан ашыу шина сығарыу күҙаллана.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә