27.07.2012 Өс һөйләм менән
Бөгөн Башҡортостанда мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына 1,5 – 6 йәштәге 46 мең бала сиратта тора (шуларҙың 17793-ө Өфө ҡалаһынан). Баш ҡаланың Киров районында, Дим, Шаҡша, Инорс биҫтәләрендә һәм Максимовка ҡасабаһында балалар баҡсаһы төҙөү планлаштырыла. Былтыр Өфөлә биш мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы асылды.
Уҙған аҙнала 148 кешегә талпан ҡаҙалған, шуларҙың дүрттән бер өлөшө – балалар. Башҡортостандың Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендәге лабораторияла 40 бөжәк тикшерелгән, шуларҙың алтауһында талпан энцефалиты табылған. Йыл башынан 16366 кеше, талпан ҡаҙалғанға зарланып, дауалау учреждениеларына мөрәжәғәт иткән, был һан былтырғыға ҡарағанда 2,5 меңгә күберәк.
Республикала тәбиғи артым 0,7 процентҡа артҡан, 2011 йыл менән сағыштырғанда, быйыл тыуым 7,7 процентҡа күбәйһә, үлем 3,5 процентҡа кәмегән. Суицид, үлтереү, ҡан әйләнеше ауырыуҙары, алкоголь менән ағыуланыу сәбәпле донъянан китеүселәр һаны һиҙелерлек кәмегән. Быйыл республикала туберкулез, алкоголь психозы, наркомания, токсикомания, венерик һәм йоғошло тире ауырыуҙары әҙерәк теркәлгән.
Башҡортостандың суд приставтары быйыл тәүге ярты йылда бурыслыларҙан 3, 5 миллиард һум аҡса алған. Был сумма былтырғыға ҡарағанда 600 миллион һумға күберәк. Ведомство идаралығында ярты йыл эсендә 1,2 миллион эш ҡаралған.
Бөгөн баш ҡаланың “Өфө” универмагы янындағы майҙансыҡта ҡала хакимиәте йәштәр өсөн күркәм саралар уҙғара. Уның сиктәрендә “Йөрәккә яҡын” социаль фотоһүрәттәр күргәҙмәһе, концерт, социаль торлаҡ алыу, рухи һ. б. һорауҙар буйынса бушлай консультациялар, йәш ғаиләләр араһында “Һин + Мин = Ғаилә” тип аталған ижади бәйге ойошторола. Сара барышында Михайловка балалар йорто тәрбиәләнеүселәре өсөн мәктәп кәрәк-ярағы, китаптар йыйыу акцияһы үтә.
Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.