27.07.2012 Эшҡыуарлыҡ яҡланасаҡ
Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты янындағы Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Борис Титов менән осрашты.
Унда бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү, эшлекле мөхитте яҡшыртыу һәм хеҙмәттәшлек булдырыу мәсьәләләре тикшерелде.
– Һеҙҙең килеүегеҙ беҙҙең өсөн мөһим, – тине Президент ҡунаҡты сәләмләгәндә. – Яңыраҡ республикабыҙҙа шундай уҡ эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил вазифаһын булдырҙыҡ, ул эшләй башланы ла инде. Эшҡыуарлыҡты яҡлау ғына түгел, уны үҫтереү, сәнәғәт производствоһы күләмдәрен арттырыу – өҫтөнлөклө йүнәлеш. Алға табан һәр бер аҙым күп сығымдар һәм көс талап итә. Беҙ һәр ваҡыт, эре предприятиеларыбыҙ тирәләй күп кенә «бәләкәстәр» булдырылырға тейеш, тип барабыҙ. Технопарктар, индустриаль парктар булдырыу өсөн эре предприятиеларҙы үҫтерәбеҙ. Рәсәйҙең Инновацион төбәктәр ассоциацияһына ла индек. Был да бик күп эшҡыуарҙар менән эш итеүҙе күҙ уңында тота. Бик ҡыҙыҡлы тармаҡтарҙы үҫтерә башлайбыҙ. Улар – радиоэлектроника, шул иҫәптән микроэлектроника, IT-тармаҡ.
Республиканың Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығында «Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса хоҡуҡи механизмдар» исемле түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.
Әйткәндәй, беҙҙә эшҡыуарлыҡ өлкәһендә бөгөн 460 меңдән ашыу кеше эшләй. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең тәүге ун төбәге иҫәбенә инә. Бәләкәй предприятиелар һаны буйынса республика Волга буйы федераль округында беренсе урында тора. Башҡортостан былтыр «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уның өсөн уңайлы шарттар булдырыу буйынса Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы төбәге» дипломына лайыҡ булған.