28.09.2010 Йорттарҙы буяу ярҙамында йылытасаҡтар
Өфөлә буяуға оҡшаған изоляция материалдарын ҡулланыу буйынса эксперимент үткәрелә. Баш ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә ҡала йәшәйешен тәьмин итеү идаралығы начальнигы Андрей Федосов әйтеүенсә, әлегә тәжрибә сифатында юғары технологиялы «АСТРАТЕК» шыйыҡ керамик йылылыҡты һаҡлау материалы бер йортта ғына ҡулланылған.
«АСТРАТЕК» – аҡ төҫтәге суспензияға оҡшаған йылылыҡты үткәрмәй торған матдә. Стенаға һөртөлгән буяу, кипкәс, 0,5 миллиметр ҡалынлыҡтағы пленка хасил итә. Был материал юғары кимәлдә йылылыҡты һаҡлаясаҡ һәм 15 йыл самаһы хеҙмәт итәсәк. Рәсәй етештереүсеһе тарафынан юғары сифатлы импорт компоненттар нигеҙендә эшләнгән был материалдың сифаты Мәскәүҙә һәм илебеҙҙең тағы бер нисә ҙур ҡалаһында тикшереү үткән. Эксперимент уңышлы булһа, «АСТРАТЕК» Өфөлә киң күләмдә файҙаланыласаҡ.