24.07.2012 Өс тел юл “күрһәтәсәк”
Республикабыҙҙың баш ҡалаһында яңы юл күрһәткестәре ҡуя башланылар. Тәүге билдәләр Өфөнөң үҙәк урамдарында бар ҙа инде.
Яңылыҡ шунан ғибәрәт: бынан ары беҙ өс телдә – башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә яҙылған урам навигацияһы буйынса йөрөйәсәкбеҙ. Билдәләр йорттарға түгел, ә айырым бағаналарға беркетеләсәк.
Тәүге ике телдә яҙылыуы аңлашыла, ә бына инглиз телендә яҙылыуҙың сәбәбе – тиҙҙән Өфөлә ҙур халыҡ-ара спорт саралары үтеүендә.
Шундай һорау тыуа: әле һаман урам исемдәрен башҡортса яҙыуҙа хаталар бихисап, улар бөтөрөлөрмө, ә инглиз телендәгеһендә лә хата булмаҫмы?