24.07.2012 Донъя яңылыҡтары
Балалар сирләй
Хабаровск крайында урынлашҡан «Созвездие» лагерында һаулығын нығытыусы 52 бала һәм 3 вожатый дауаханаға эләккән.
Уларҙың бөтәһе лә ашҡаҙан инфекцияһын эләктергән. Әлегә балаларҙың күпселеге дауаханаларҙа ята, бер-ике үҫмер генә лагерға кире ҡайтарылған.
«Созвездие» лагерында 12 – 17 йәшлек 384 бала һаулығын нығыта. Әле учреждениеға «Роспотребнадзор» һәм башҡа бик күп тикшереү органдарының вәкилдәре ебәрелгән. Улар килеп тыуған күңелһеҙ хәлдең сәбәптәрен асыҡлау менән мәшғүл. Алдан күҙаллауҙар буйынса, балалар аҙыҡ-түлектең эҫелә дөрөҫ һаҡланмауы арҡаһында инфекция эләктергән. Лагерҙы ябырға йыйынмайҙар, ул артабан да эшләйәсәк.
Үлем менән шаяра
Австралиялағы ҡотҡарыу хеҙмәте халыҡтың ялыуҙарына, ғаризаларына яуап биреп өлгөрә алмай – уларға көн һайын янаулы смс-хәбәр алған йөҙләгән кеше мөрәжәғәт итә.
Сидней, Брисбен, Аделаида һәм башҡа ҡалаларҙа йәшәүселәргә билдәһеҙ бер кеше, үлтереү менән янап, смс-хәбәр ебәрә.
Смс-та телефон хужаһын үлтереү өсөн кемдәндер заказ килеүе һәм ул ҙур ғына сумма түләмәгән осраҡта, был заказды үтәргә тура киләсәген хәбәр итәләр. Телефон хужаһы аҡсаны электрон почта аша күсерергә тейеш булып сыға. Полиция паникаға бирелгән халыҡты тынысландырырға тырыша, тик кешеләрҙән аҡса таларға тырышҡан «киллер»ҙы һаман тота алмайҙар.
Яуап бирергә тура киләсәк
Краснодар крайындағы ҡырым районының элекке башлығы Владимир Ульяновскийҙы, һыу ташыуы ваҡытында халыҡтың күпләп үлеүендә ғәйепле булыуы сәбәпле, ҡулға алдылар.
Яҡын арала уға ҡаршы енәйәт эше асыласаҡ. Экс-башлыҡ үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы тулыһынса башҡармауҙа ғәйепләнә.
Бынан тыш, Краснодарҙа һыу аҫтында ҡалған башҡа тораҡ пункттарҙың да башлыҡтары үҙ эшенә вайымһыҙ ҡараған тип билдәләнә.
Дөйөм алғанда, һыу ташыуы ваҡытында емерелгән йорттарҙы билдәләү, матди ярҙам күрһәтеү кеүек эштәр әүҙем бара. Был афәтте алдан иҫкәртергә тейеш булған етәкселәр араһында яуаплылыҡтан ҡасыу өсөн төрлө юлдар эҙләүселәр ҙә күп.
Ысын террор
Американың Аврора ҡалаһында яңы фильм ҡарарға килгән кешеләр өсөн ял итеү урыны ҡот осҡос фажиғәгә әүерелгән – кинозалға бер ир инеп, фильм ҡарап ултырыусы кешеләргә ата башлаған.
ҡораллы әҙәм тәүҙә залға күҙ йәштәрен сығарыусы газ ебәргән һәм аптыранған кешеләргә ҡаршы ут асҡан. 12 кеше шундуҡ һәләк булған, 60 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Улар араһында ауыл хәлдәгеләр күп.
Бер ғәйепһеҙ кешеләрҙе атып үлтергән Холмс исемле ирҙе ҡулға алғандар. Әлегә уның ҡыланыштарына аныҡ ҡына аңлатма бирә алмайҙар.
Л. СИРАЕВА әҙерләне.