24.07.2012 Өс һөйләм менән
Башҡортостанда 428 мең тонна бесән (планға ҡарата 59 процент), 1 миллион тонна сенаж (45 процент) әҙерләнгән. Уртаса һәр мал башына 10 центнер мал аҙығы берәмеге тупланған. Шул уҡ ваҡытта Баймаҡ, Ғафури, Йылайыр, Ишембай, ҡариҙел, ҡыйғы, Салауат райондарында мал аҙығы әҙерләү буйынса көсөргәнешле хәл күҙәтелә – һәр мал башына 2,7 – 8,7 центнер мал аҙығы берәмеге тупланған.
Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен контролдә тотоу федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ағымдағы йылда республикала 106 килограмм наркотик матдә тартып алынған. Ошо өлкәлә бөтәһе 884 енәйәт эше ҡуҙғатылған, шуларҙың 624-е ауыр һәм үтә ауыр категорияһына инә, 460-ы наркотиктар менән сауҙа итеүгә бәйле. Ә республика буйынса Эске эштәр министрлығының иҡтисад өлкәһендәге енәйәттәр менән көрәшеү идаралығы хеҙмәткәрҙәре әйләнештән ошо көндәрҙә үткән махсус операция барышында 60 тоннанан ашыу контрафакт спирт тартып алған.
Изге Рамаҙан айы башында Стәрлетамаҡ ҡалаһының ҡ. Моратов урамында “Мөхәмәтсәлим” мәсетенә нигеҙ һалынды. Изге йорт бер юлы 250 кешене һыйҙыра аласаҡ, унда ике зал буласаҡ. Киләһе йылда унда аҙан һәм доғалар яңғырай башлаясаҡ, ә киләсәктә мәҙрәсә һәм пансионат асыу күҙаллана.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән “2013 – 2018 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү” оҙайлы сроклы маҡсатлы программаһы раҫланды. Был документ Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы менән берлектә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты тарафынан әҙерләнгән. Программа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса стратегик йүнәлештәрҙе билдәләй.
Башҡортостан Хөкүмәте республика мәктәптәрен янғын хәүефһеҙлеге саралары менән тәьмин итеүгә субсидия ҡағиҙәһен раҫланы. Федераль ҡаҙнанан биреләсәк субсидияны бүлеү менән БР Мәғариф министрлығы шөғөлләнәсәк. Шул уҡ ваҡытта муниципалитеттар мәктәптәрҙе ремонтлауҙың дөйөм сығымының 50 процентын үҙ өҫтөнә алырға тейеш.
Рәсәйҙең автохужалар федерацияһының Башҡортостандағы төбәк-ара вәкиллеге Өфө юлдарын тикшерә башланы. Улар юлдағы етешһеҙлектәрҙе асыҡлаясаҡ, шулай уҡ светофорҙарҙың һәм юл билдәләренең урынлы-урынһыҙ булыуына иғтибар бирәсәк. Был рейдта ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашасаҡ, улар тәртип боҙоусыларға урында уҡ акт төҙөйәсәк.
Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.