28.09.2010 Ғәйеп уларҙа ғына түгел
«Уфамолагропром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә һөткә хаҡтар артыуына сей һөткә бығаса күҙәтелмәгәнсә хаҡтар артыуы булышлыҡ иткән.
Предприятиеның төбәк директоры Константин Голиков төп аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артыуын туҡтатыу мәсьәләләре буйынса БР Хөкүмәтендә үткән киңәйтелгән кәңәшмәлә ошо турала һөйләне һәм компанияның сығымдары күп, улар арҡаһында рентабеллек төшә, тине.
«Восход» Өфө икмәк берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә лә хаҡтарҙы арттырмаҫҡа тырышалар. Берекмә ике сорт социаль икмәк бешерә. Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов икмәккә хаҡ менән бәйле хәл-ваҡиғаларҙы ҡаты контролдә тоторға кәрәклегенә баҫым яһаны.
«1-се Дәүләкән икмәк продукттары комбинаты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Василий Стрельчуктың билдәләүенсә, уларға игенде башҡа төбәктәрҙән һатып алырға тура килә. Был, нигеҙҙә, аралашсылар аша башҡарыла һәм артыҡ матди сығымдарға килтерә. Шулай уҡ Стрельчук ондоң килограмын ун һумдан һатырға әҙер булыуҙарын белдерҙе.