17.07.2012 Депутатыбыҙҙың эшмәкәрлеге баһаланды
РФ Дәүләт Думаһының яҙғы сессияһының һуңғы ултырышында Башҡортостандан һайланған депутат Сәлиә Мырҙабаеваға парламент палатаһы рәйесе Сергей Нарышкин Маҡтау грамотаһы тапшырҙы. «Берҙәм Рәсәй» партияһы фракцияһында эшмәкәрлек итеүсе яҡташыбыҙ Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн юғары баһаланды.
Республикабыҙҙан һайланған Андрей Тычинин да әүҙем эшләгән – ул закон проекттары тәҡдим итеүҙә алдынғылар рәтендә. Тычинин әфәнде тиҫтәләгән проект индергән. Шулар араһында хеҙмәт пенсияһын үҫтереүгә бәйлеһе лә бар. Йәнә граждандарҙың мөрәжәғәтенә ваҡытында яуап бирмәгән чиновниктарға штрафты 100 мең һумғаса арттырыу тураһындағы закон проектын да тап Андрей Тычинин тәҡдим иткән.