17.07.2012 Тау саңғыһы спорты үҫешәсәк
Белорет ҡалаһына сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов «Морат» тау саңғыһы үҙәген реконструкциялау барышы менән дә танышты.
Был үҙәктең тарихы 1960 йылдан башлана. Совет осоронда уҡ тап ошонда төрлө мөһим ярыштар үткәрелгән, тау саңғыһы мәктәбе булған. Әммә бөгөн комплекс тау саңғыһы спортының һәм ҡышҡы туризмдың заманса үҫеш кимәленә тап килмәй.
2011 йылда тау саңғыһы мәктәбе «Башҡортостан Республикаһының Тау саңғыһы спорты һәм сноуборд үҙәк клубы» дәүләт автономиялы учреждениеһы филиалы итеп үҙгәртелгән. Ағымдағы йылдың ғинуарында үҙәкте ҡайтанан тергеҙеү һәм 2015 йылға уны заманса стандарттарға тап килтереү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
«Морат» тау саңғыһы үҙәген реконструкциялау барышы менән танышырға Рәсәйҙең Тау саңғыһы спорты һәм сноуборд федерацияһы президенты Светлана Гладышева ла килеп киткән. Республика етәксеһенең спортҡа иғтибары тиҙҙән бында юғары сифатлы һәм заманса шарттарға яраҡлы тау саңғыһы үҙәге булыр тигән ышаныс тыуҙыра.