28.09.2010 ГҮЗӘЛ ЗАТТАР һЫНАУ ТОТА
Башҡортостандың баш ҡалаһында тәүге тапҡыр «Бизнес-леди-Өфө – 2010» конкурсы старт ала.
Ойоштороусылар ғаризалар ҡабул итә башланы, ул 21 октябргә тиклем дауам итәсәк.
Конкурс этаптарға бүленгән. Һәр этап үҙенсәкле. Беренсе этап ғаризалар ҡабул итеү, эксперт баһалары буйынса (рейтинг методы) һайлап алыуҙан торһа, башҡа этаптарҙа ҡатнашыусыларҙан журналистарҙың интервью алыуы, ҡатнашыусыларҙы номинациялар буйынса баһалау һәм иң һуңғыһында, 17 ноябрҙә, еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы билдәләнгән.
Конкурстың төп бүләге – еңеүсе менән республиканың киң мәғлүмәт сараларында интервьюлар серияһы.
«Башинформ».