RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

10.07.2012 Өс һөйләм менән

Өфөнөң 38-се поликлиникаһының сәләмәтлек үҙәгендә июлдә ауырыуҙарҙы тиҙ арала һәм ваҡытында асыҡлау маҡсатында «Асыҡ ишектәр көнө» ойошторола. Өфө хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 18 йәштән алып теләге булғандарҙың барыһы ла алдан яҙылыу буйынса бушлай медицина тикшереүе үтә ала. Үҙең менән паспорт һәм медицина полисы килтереү генә мотлаҡ.

Башҡортостанда 9 июлдән 15-енә тиклем РФ Хөкүмәте Премьер-министрының тормош иптәше Светлана Медведева етәкселегендәге Социаль-мәҙәни башланғыстар фонды ҡатнашлығында ойошторолған «Миңә ғүмер бүләк ит!» акцияһы (абортҡа ҡаршы көрәш аҙналығы) үткәрелә. Ул йәмәғәтселектең иғтибарын аборттар проблемаһына йәлеп итеүгә, шулай уҡ йөклөлөктө яһалма өҙөүҙе иҫкәртеүҙә медицина, йәмәғәт һәм дини ойошмаларҙың көсөн берләштереүгә йүнәлтелгән. Акцияла ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларында «Асыҡ ишектәр көнө» ойоштороу, кәрәкле мәғлүмәт биреүсе реклама материалдары, брошюралар таратыу, юристар, психологтар һәм социаль хеҙмәткәрҙәр консультацияларын үткәреү ҡаралған.

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты яҡын сит илдәргә осоштар географияһын киңәйтә. Быйыл, күп йыллыҡ тәнәфестән һуң, Украинаның баш ҡалаһы Киевҡа рейс асылды. Киләһе йыл башында Бело­руссияның баш ҡалаһы Минскиға, ҡаҙағстандың Алматы һәм Астана ҡалаларына рейстар асыу планлаштырыла, Латвияның баш ҡалаһы Рига менән дә авиабәйләнеш тергеҙеләсәк.

Баш ҡаланың Дим районындағы Ухтомский, Дағстан һәм Магистраль урамдары менән сикләнгән яңы кварталды планлаштырыу проекты буйынса йәмәғәт тыңлауҙары уҙғарыласаҡ. Өфө халҡы майҙаны 21 гектарға тиң кварталды төҙөү буйынса үҙ фекерен белдерә аласаҡ. Проектҡа ярашлы, бында 8 мең кеше йәшәйәсәк.

Башҡортостандың сәнәғәт һәм фәнни-етештереү предприятиелары делегацияһы (йәмғеһе 12 компания) Лондон янындағы Фарнборола асылған 48-се Халыҡ-ара авиакосмик салонда ҡатнаша. Бындай ҙур күләмдәге авиация-йыһан күргәҙмәһендә Баш­ҡортостан «Өфө – авиация технологиялары ҡалаһы» проектын тәҡдим итә. Өфөнө бөтә донъя күләмендәге авиация һәм йыһан технологиялары үҙәге тип атарға мөмкин: бында илдәге иң яҡшы авиация заводы урынлашҡан, юғары квалификациялы кадрҙар һәм ғалимдар эшләй.
З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә