28.09.2010 Тел күрке – һүҙ
– Үәт, бынау машина шәп килеп туҡраны, – Әбйәлилдән Марат дуҫым шулай тигәйне, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынған мин һағайып төҙәтә һалам.
– Туҡраны түгел, туҡтаны.
– Бөгөн миңә Салауат апам килергә тейеш, – тигәс, бөтөнләй аптыраным.
– Нисек? – Беҙҙең Ғафури яғында апа тип апай уҡытыусыны әйтәләр. Ә ағай уҡытыусы – авый. – Салауат авыйыңмы ни?
– Татарҙар ғына, абый, ти, ә беҙҙә – апа. Ата-әсәйеңдән өлкән кеше, йәғни.
– Улайһа, бабайың инде.
– Ну, әйттең, бабай – урам буйында таяҡ тотоноп, бөкрәйеп йөрөгән ҡарт ул. Олатай, тиһәң, дөрөҫ була. Анау, кем һөйрәлеп килә ята ул? – Баймаҡтан Салауаттың өндәшеүе.
– Кит инде, ятып килеп буламы, яйлап атлап килә, тиң.
– Егеттәр, минең башалтайҙы күрмәнегеҙме? – Ишембайҙан уҡырға килгән Закирҙың йөн ойоҡбаш эҙләп йөрөүен аңламай, күптәр сәйер яңғыраған һүҙҙән көлөп ебәрҙе.
– Нимә була һуң ул – үҙе баш, үҙе алтай?
– Ну, һарыҡ йөнөнән бәйләнгән носки инде...
Интернат-мәктәптә уҡыйбыҙ. Башҡортостандың төрлө тарафтарынан килгән башҡорт малайҙары шулай бер-береһен аңламай ҙа ҡуя ине ҡайсаҡ.
«Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк мәсьәләләре» тип исемләнгән унынсы төбәк конференцияһынан сыҡҡас, ошо ике тиҫтәнән ашыу йыл үткән интернат осорон иҫләп, дуҫтарымды һағынып көлөп тә ҡуйҙым. Хәҙер интернат балалары улай уҡ һөйләшмәйҙер, йә урыҫса, йә артыҡ нығынған әҙәби телдә генә аралашалыр, тигән һағыш та солғаны.
* * *
Телселәрҙең диалектология буйынса ошондай һуңғы киң һөйләшеүе үткән быуаттың һикһәненсе йылдарында булған. Өфөлә үткән әһәмиәтле сарала Э. Тенишев, Н. Баскаков кеүек күренекле телселәр ҙә ҡатнашҡан. Был тарихи ваҡиғаға утыҙ йылдан ашыу ваҡыт үткән. Билдәле донъя, система болғаныштарын үҙ эсенә алған ошо арауыҡта Рәсәйҙә диалектология фәне лә бик күпте юғалтҡан. Уға бөтөнләй иғтибар юҡ кимәлендә. Бер нисә төбәктә генә, атап әйткәндә, Өфө, ҡаҙан, Ижевскиҙа ғына эштәр туҡтамаған. Шулай булғас, был тема көнүҙәкме һуң? Өфөлә оло йыйынға йыйылыу кәрәк инеме?
– Кәрәк ине. Бөгөн телдең был тармағына иғтибар бирмәһәк, күп телдәребеҙ бик ярлыланасаҡ, ҡайһы берҙәре бөтөүгә табан барасаҡ, – тип яуапланы был һорауға Рәсәй Фәндәр академияһы Тел ғилеме институтының Урал-Алтай телдәре бүлеге етәксеһе, академик Анна Дыбо. – Был хәҙерге заман үҫешенә лә бик бәйле. Бөгөн урындарға сығып һөйләштәрҙе теркәйем тиһәң, етмеш йәштән дә йәшерәк кешегә мөрәжәғәт итеү файҙаһыҙ. Респонденттар ҡартая. Шуныһы һәйбәт, ҡасандыр тел үҙенсәлектәре яҙып алынған, базалар йыйылған. Ләкин бөгөн үҫешкән техник ҡорамалдар ярҙамында уларҙы теркәп ҡалғанда ҡалай һәйбәт булыр ине.
– Диалектологтарҙың эшендә хатта сәйәси аспекттар ҙа сағылып ҡала, – тине Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисамитдинова. – Әйтәйек, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын алайыҡ. Башҡорт теленең өс диалекты ла фәнни яҡтан өйрәнелгән һәм нығытылған, ләкин ҡайһы бер кешеләр әлеге диалектты башҡа телгә индермәксе. Һәм йәмғиәткә дөрөҫлөктө еткереү – ғалимдарҙың бурысы ла.
Сыуаш дәүләт гуманитар фәндәр институтының тел ғилеме бүлеге етәксеһе, филология фәндәре докторы Николай Егоров, үткән быуатта әҙәби телде төҙөүгә, өйрәнеүгә әһәмиәт күберәк бирелде, ә бөгөн һөйләү теленә иғтибар кәрәк, тип билдәләне. Ул шулай уҡ, айырым диалекттарҙың ниндәй телгә ҡарағанын халыҡтың үҙаңы ла билдәләй, тип тә ысҡындырҙы. Быға ҡаршы Мәскәү ғалимы Олег Мудрак дәлилле яуап бирҙе:
– Һөйләштәрҙе һәм диалекттарҙы дөйөмләштерергә өйрәнеү – бөгөн диалектологияның төп хәстәре. Һөйләштәге һүҙҙәрҙең ысынбарлыҡтағы фонетикаһын, килеп сығышын, грамматикаһын, лексик запасын белмәй тороп, был эшкә тотоноу файҙаһыҙ. Шул саҡта был диалекттың ниндәй телгә ҡарағанын тиҙ үк аңларбыҙ. Төплө фәнни эш кәрәк бында.
– Күп ваҡытты юғалттыҡ. ҡом-таш араһынан ынйылар табырға ынтылабыҙ икән, тимәк, тере диалекттарға ныҡлы иғтибар бирергә тейешбеҙ, шуға бөгөн йыйылдыҡ та, – тине Санкт-Петербургтан килгән телсе, филология фәндәре докторы Елена Перехвальская.
* * *
Башҡорт теленә ҡағылышлы сығыштар күп булды. Шуның икәүһенә туҡталып китәйек.
Башҡорт теле һәм тел ғилеменең бөгөнгө торошо хаҡында күренекле ғалимыбыҙ, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы ҡыҙы Фирҙәүес Хисамитдинова һөйләне.
– Башҡорт теле – башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостандың дәүләт телдәренең береһе. Генетик яҡтан ул төрки телдәренең ҡыпсаҡ төркөмөнә ҡарай, шул уҡ ваҡытта уға оғуз, болғар һәм көньяҡ Себер төрки телдәре үҙенсәлектәре лә ят түгел, – тип билдәләне ғалимә. – Башҡорт теле өс диалекттан тора. Көнсығыш диалектҡа ете һөйләш ҡарай, Башҡортостандың көнсығыш райондарында, Силәбе, ҡурған һәм Свердловск өлкәләренең айырым райондарында йәшәүселәр ҡарай был диалектҡа. Үҙ эсенә дүрт һөйләште индергән төньяҡ-көнбайыш диалектта Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш яғында башҡорт ауылдарында һәм Пермь өлкәһендә, көнсығыш Татарстанда һөйләшәләр. Көньяҡ диалект (өс һөйләш) Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнбайыш һәм үҙәк райондарында, Һарытау һәм Һамар өлкәләрендә киң таралыу алған. Диалекттар һәм һөйләштәр үҙ-ара бик яҡын, айырымлыҡтар әҙ әһәмиәтле, шуға күрә башҡорттар ҡайҙа ла бер-береһенең телен аңлай. Башҡорт диалекттарының төп айырымлығы һөйләштәрҙең фонетикаһына ғына килеп төртөлә, с-ҫ, һ-с, ҙ-з һәм башҡа өндәрҙең бер-береһен алмаштырып килеүе, мәҫәлән.
Ғалимә, күптәребеҙ әҙәби телдә һәйбәт һөйләшә, тип тә билдәләне. Аралашҡанда, дөрөҫмө-юҡмы, гәзит-журнал телен дә, радио-телевидение телен дә файҙаланабыҙ. ҡыуаныс менән бергә борсолоу ҙа бар. Тик әҙәби тел рәсми мөхиттә, мәктәптәрҙә генә һәйбәт. Өй теле, ысын әсә теле һаҡланырға тейеш тә баһа.
«Ан та бынта йөрөгәнтә,
Тимер балта билемтә», йә «Ҫыйырға ҫалам ҫалам» кеүек һөйләштәребеҙ юғала бара түгелме?» – тип һорау ҡуйҙы йәмғиәткә. Татарстандың Минзәлә, Аҡтаныш башҡорттарында, татар теле нисек кенә йоғонто яһамаһын, ҙ өнө һаман һаҡланған. Улар, ҡыҙыл быҙауҙар, тип һөйләшә. Кешенең теле асылған әсә теле флаг, герб кеүек һаҡланырға тейеш. Шуға һәр кем һөйләшенә иғтибарлы булһын, тип тә саҡырҙы ул.
Хәҙер заман диалектологияһы теге йәки был һөйләште яҙып алыу ғына түгел, был фән бөгөн этнолингвистика, культурология, мифология, этнография һәм башҡа фәндәр күҙлегенән дә сығып өйрәнелә. Һөҙөмтәлә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында компьютер лингвистикаһы буйынса эҙләнеүҙәргә килтереп, башҡорт теленең машина фондын булдырыу мөмкинлеге тыуҙырҙы.
– Беҙҙең телебеҙ иҫ киткес бай. Бының менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ ҙа. Киләсәктә башҡорт теленең 10 томлыҡ аңлатмалы һүҙлеген сығарыуҙы күҙ уңында тотабыҙ. Уның беренсе томы сығып килә, – тип һөйөнөслө хәбәре менән тамамланы һүҙен Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы.
Яңыраҡ Башҡортостан Республикаһы Президенты «Коммерсант» гәзитенә биргән интервьюһында: «Башҡорттоң ике теллелек темаһы бар. Бер өлөш көньяҡҡа хас телдә, икенсеһе – көнбайыш һәм төньяҡ райондарҙа йәшәүселәр – татарсаға яҡын диалектта һөйләшә. Ошо буталыш тыуҙыра. Хәҙер беҙ фәнни нигеҙҙә шуны билдәләйбеҙ: татар теленә яҡын һөйләш – башҡорт теленең бер диалекты»,– тигәйне.
Конференцияла төньяҡ-көнбайыш диалекты һәм уның башҡорт йәнле һөйләү теле системаһындағы урынын билдәләү мәсьәләләре хаҡында күренекле шәхес, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ профессоры Рәшит Шәкүр сығыш яһаны.
– Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты хаҡындағы мәсьәләһе үткән быуаттың 80 – 90-сы йылдарына тиклем һуҙылыуы беҙҙә Башҡортостанда диалектология фәненең үҫеше һәм аяҡҡа баҫыу үҙенсәлектәренә лә бәйле, – тине ғалим. – Быға, әлбиттә, республикалағы тотороҡло булмаған ижтимағи-сәйәси хәлдәр ҙә әленән-әле йоғонто яһап торҙо.
Рәшит Закир улы күренекле ғалимдар Николай Дмитриев, Жәлил Кейекбаев, Таһир Байышев, Сәриә Миржановаларҙың ғилми эшмәкәрлегенә ентекләп туҡталды. Айырым телселәрҙең дөрөҫ эҙләнеүҙәр алып бармай, буталып китеүен дә әйтеп үтте.
– Бөгөн Таһир Байышев, Сәриә Миржановаларҙың оло ғилми хеҙмәттәренә таянып, башҡорт теленең өс диалекты булыуын һәм шуларҙың береһе – Башҡортостандың көнбайыш һәм төньяҡ райондарын үҙ эсенә алған төньяҡ-көнбайыш диалекты, тип ауыҙ тултырып әйтә алабыҙ, – тине Р. Шәкүр. – Йәш ғалимдар бөгөн был яҡтарҙың телен өйрәнеү буйынса ең һыҙғанып эшләй. 2008 йылда БДПУ-ла Земфира Зәйнәшева, әйткәндәй, үҙе Борай районы ҡыҙы, башҡорт теленең танып һөйләшен ентекләп тикшереп, Дүртөйлө, Бөрө, Балтас, Борай, Тәтешле һәм башҡа төньяҡ райондарҙа булып, һөйләште өйрәнеп, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланы. Һәм йәш ғалимә ҡыйыу һығымталарға ла килә. Уның фекеренсә, танып һөйләше үҙ тамырҙарын боронғо башҡорт теленән ала. Был һөйләштә Дәшти-ҡыпсаҡ вариҫтары һәм Урал – Волга буйында йәшәүселәрҙең һөйләштәрендәге феномендар бөгөн дә һаҡланған.
Рәшит Шәкүр әйтеүенсә, танып һөйләше – бөгөнгө Президентыбыҙҙың ата-әсәһенең һөйләше лә.
Мөнир ҡУНАФИН.