03.07.2012 Өс һөйләм менән
Башҡортостанда 2012 йылда 70000 квадрат метр социаль торлаҡ төҙөү планлаштырыла. Әлеге ваҡытта 49 муниципаль берәмектең 80 ер участкаһында социаль торлаҡ төҙөлә. Бынан тыш, быйыл аҙ ҡатлы төҙөлөш буйынса дөйөм майҙаны 35 квадрат метр булған 550 объект сафҡа индереләсәк тип күҙаллана.
Республикабыҙҙа «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!» тигән мәрхәмәтлек акцияһы старт алды. Инвалид балаларға, етемдәргә, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, шулай уҡ күп балалы, аҙ тәьмин ителгән һәм тулы булмаған ғаиләнән булған, ауыр тормош шарттарында ҡалған уҡыусыларға яңы уҡыу йылына әҙерләнергә ярҙам итеү планлаштырыла. Акция шарттарына ярашлы, канцелярия тауарҙары, ручка-ҡәләм, дәфтәр, альбом кеүек яңы әйберҙәр айырым кешеләрҙән дә, предприятиеларҙан да ҡабул ителә.
Бүздәк районында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Быға сәсеүлектәрҙә, туғайҙарҙа һәм көтөүлектәрҙә саранчалар таралыуы сәбәпсе. Ауыл хужалығы культуралары сәсеүлектәрендә болон күбәләгенең ҡарышлауыҡтары, саранчалар күпләп таралыу арҡаһында йәмғеһе ете муниципаль район биләмәһендә ошо арала ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителгән.
Йыл башынан алып Башҡортостанда тулайым һауым 821 мең тоннанан ашып киткән, был былтырғы кимәлгә ҡарағанда 29 мең тоннаға күберәк. Тәүлегенә һәр һыйырҙан яҡынса 13,8 кг һөт һауып алына. Ә Саҡмағош районы хужалыҡтарында һәр һыйырҙан 17,7 кг һөт һауыла, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Тәтешле райондарында был күрһәткес 17 килограмға етә.
«Рособоронэкспорт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм HAL корпорацияһы вәкилдәре «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең эшмәкәрлеге менән танышты. Улар Һиндостандың Хәрби һауа көстәре өсөн сығарылған двигателде һынау барышын ҡараны. Йәнә сит ил ҡунаҡтары завод цехтарының береһендә АЛ − 31ФП двигателенең нисек йыйылыуын күҙәтте.
Башҡортостан элеваторҙары иген ҡабул итергә әҙерләнә. Игенде һаҡлау урындары, уны киптереү һәм елләтеү саралары, үлсәү ҡорамалдары, юлдар, иген ҡабул итеү майҙандары тәртипкә килтерелә. 32 иген әҙерләү предприятиеһы махсус комиссияға үҙенең техник базаһын күрһәтергә әҙер.
Беҙҙең йәш экологтар Мари Иле Республикаһында үткән йәш экологтарҙың Бөтә Рәсәй слетында уңышлы сығыш яһаны. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса дүрт кешенән торған Башҡортостан командаһы өсөнсө урынға лайыҡ булған. Бынан тыш, Өфө ҡалаһынан Ғәлиә Ғайсина «Зоология» номинацияһында – 2-се, Октябрьский ҡалаһынан Владислав Чипига «Ботаника» номинацияһында – 3-сө, Өфөнән Рөстәм Нагаев «Гидробиология» номинацияһында 4-се урын яулаған.
7 – 8 июлдә Ғафури районының Красноусол ҡасабаһында хәрби хәрәкәттәр ветерандарының төбәк-ара слет-һабантуйы үтә. Уны Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы ойоштора. Слетта Красноусолда Ғафури районының хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған геройҙарына һәйкәл асыласаҡ.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.