03.07.2012 Дәүләт идараһы һөҙөмтәле эшләргә тейеш
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 29 июндә Пензала үткән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында ҡатнашты. Унда Волга буйы төбәктәрендә дәүләт идараһының һөҙөмтәлелеген һәм дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү сифатын күтәреү мәсьәләләре тикшерелде.
Атап әйткәндә, «Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙе ойоштороу тураһында»ғы Федераль закон тураһында һүҙ барҙы. Уға ярашлы, 2012 йылдың 1 июленән власть органдарына, граждандарҙан башҡа, ведомство базаларында һаҡланған мәғлүмәттәрҙе һорау тыйыла. Шулай итеп, был дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр алыуҙы тиҙләтәсәк, халыҡты төрлө инстанцияларға йөрөп белешмәләр йыйыуҙан азат итәсәк.
Шулай уҡ сәйәси системаны яңыртыуға бәйле закон положениелары ла тикшерелде. Рәсәй Президенты федерация субъекттары башлыҡтарын туранан-тура һайлау тураһындағы бөтә төбәк закондарын да 2012 йылдың 1 июленә тиклем федераль ҡануниәткә яраҡлаштырырға ҡушҡайны. Башҡортостанда БР Конституцияһына һәм «БР Президенты тураһында»ғы БР Законына тейешле төҙәтмәләр индерелде һәм 28 июндә улар һуңғы уҡыуҙа БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаттары тарафынан раҫланды.