29.06.2012 Бер юлы − ун закон проекты
Өфөлә БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың 53-сө ултырышы үтте. Уның эшендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
Ултырыштың көн тәртибендә – 2011 йылда ауыл хужалығын үҫтереү буйынса республика программаһын тормошҡа ашырыу, уның һөҙөмтәләре һәм ауыл хужалығы продукцияһы баҙарын көйләү тураһында Башҡортостан Хөкүмәте отчеты. Депутаттар 40-ҡа яҡын закон проектын ҡараны. 24 закон проектының закон статусына эйә булыуы күҙаллана. Улар араһында – «Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт менән тәьмин итеүгә граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлауҙы тәьмин итеү тураһында», «Башҡортостан Республикаһының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы закон проекттары бар.
Закон сығарыусылар тәү тапҡыр ун закон инициативаһын ҡарай. Улар – Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ статусы тураһында, Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәт тураһында, БР муниципаль район һәм ҡала округтары бюджетына айырым һалымдарҙан иҫәпләүҙәрҙең берҙәм нормативын булдырыуға, Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһындағы республика закондарына үҙгәрештәр индереүсе закон проекттары. Бынан тыш, беренсе тапҡыр Башҡортостан Республикаһында халыҡты эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү тураһында закон проекты, БР-ҙың Экология кодексына, БР-ҙың Ғаилә кодексына, БР-ҙың һалымдар тураһында айырым закон акттарына, шулай уҡ балалары булған ғаиләләрҙе социаль яҡлау өлкәһендәге закон акттарына үҙгәрештәр индереү хаҡында фекер алышты.