29.06.2012 Ҡытайҙар менән дуҫлыҡ нығый
“Пекин – Мәскәү” автоуҙышында ҡатнашыусылар Өфөлә булды
2012 йыл ҡытайҙа Рәсәй туризм йылы тип иғлан ителгән. Уның сиктәрендә “Пекин – Мәскәү” автоуҙышы ойошторолдо. Ике илдең туризм буйынса ведомстволары тарафынан уҙғарылған сара ҡытай Халыҡ Республикаһының баш ҡалаһында 5 июндә старт алғайны, 3 июлдә Мәскәү ҡалаһында тамамланасаҡ.
Автоуҙыштың төп маҡсаты – ике ил араһындағы бәйләнеште нығытыу, Рәсәй туризмына йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү, шулай уҡ беҙҙең ресурстар менән ҡытайҙарҙы яҡындан таныштырыу, сит ил инвесторҙарын йәлеп итерлек шарттар булдырыу.
Маршрут оҙонлоғо 10 мең саҡрым булып, ҡытайҙың дүрт провинцияһын һәм илебеҙҙең ун һигеҙ төбәген үҙ эсенә алған. 31 кеше (шуларҙың 16-һы – ҡытай) ҡытайҙа етештерелгән ун ике автомобилдә йөрөй. Улар араһында ҡытай һәм Рәсәйҙың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре лә бар. Проектта ҡатнашыусылар үҙҙәре рулдә ултыра, ваҡыты-ваҡыты менән бер-береһен алмаштыра.
Өфөнөң “Амакс-турист” ҡунаҡханаһында автоуҙышта ҡатнашыусылар менән осрашыу уҙҙы. ҡытай ҡыҙынан тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һорағас, ул үҙ телендә ниҙер һөйләне. Әммә беҙҙең – ҡытай, уның рус һәм инглиз телдәрен белмәүе арҡаһында бер-беребеҙҙе аңламаныҡ. Шулай ҙа ул ымдар аша бик ҡәнәғәт булыуын белдерҙе.
БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев республиканың туристик ресурстары һәм бихисап проект менән таныштырҙы. (Әйткәндәй, Башҡортостандың ял итеү урындары хаҡында гәзит уҡыусыларыбыҙ ҙа http://www.mbis.bashkortostan.ru. сайтында ентекле мәғлүмәт менән таныша ала.) Ул донъя кимәлендә танылыу тапҡан яҡташтарыбыҙ, киң билдәле брендтар тураһында һөйләп, тыуған төйәгебеҙ хаҡында фекер туплау мөмкинлеге бирҙе. Руслан Кинйәкәев сығышы һуңында ҡытай халҡын Башҡортостан менән хеҙмәттәшлеккә өндәне, республиканың туристик маршруттарында ҡатнашырға саҡырҙы.
Сәйәхәтселәр Өфө менән танышҡас, Татарстандың Яр Саллы ҡалаһына юлланды. Унан һуң ҡаҙан, Түбәнге Новгород һәм Мәскәү ҡалаларына барасаҡтар. Ойоштороусылар әйтеүенсә, был проект даимиға әйләнәсәк, 2013 йылда “Мәскәү – Пекин” автоуҙышы уҙасаҡ.
Гүзәл БИКМӘТОВА.