26.06.2012 Өс һөйләм менән
22 июндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, Рәсәй Фәндәр академияһының Донъя әҙәбиәте институты директоры Александр Куделин менән осрашты. Республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, осрашыуҙа институттың Башҡортостанда Көнсығышты өйрәнеү өлкәһендә белгестәр әҙерләү буйынса эшмәкәрлеге хаҡында һүҙ барҙы. Александр Куделин билдәләүенсә, Башҡортостан ғалимдары республика мәҙәниәтен, әҙәбиәтен, тарихын өйрәнә икән, был хеҙмәт, төбәктә йәшәүселәрҙән тыш, башҡа халыҡтар өсөн дә ҡиммәтле.
БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙа республиканың аҙыҡ-түлек баҙары мониторингы буйынса эш төркөмөнөң ултырышында уҡыусыларҙы туҡландырыу мәсьәләһе ҡаралды. Эш төркөмө етәксеһе Елена Родина әйтеүенсә, уҡыусыларҙың туҡланыу мәсьәләһен күтәреү өсөн ата-әсәләрҙең мөрәжәғәттәре сәбәпсе булған. Депутаттар, мәктәптәрҙә иртәнге һәм төшкө аш сифатының бик түбән булыуын билдәләп, йыш ҡына туҡланыу рационы раҫланған менюға тура килмәүен асыҡлаған.
Апрелдән алып Башҡортостанда 239 гектар урман янғындан зыян күргән. Башҡортостандың урман фонды биләмәһендә 45 янғын теркәлгән. Янғынды һүндереүҙә 800-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан, 200-ҙән ашыу махсус техника йәлеп ителгән.
«ГазпромнефтехимСалауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Дамир Шәүәлиевҡа «Салауат ҡалаһының почетлы гражданы» тигән маҡтаулы исем бирелде. Ул был комплексты 2005 йылдан етәкләй. Бөгөн иһә компания ныҡлы аҙымдар менән алға бара, һуңғы йылдарҙа унда мөһим производстволар сафҡа индерелә, нефть эшкәртеү заводын яңыртыу дауам ителеп, Бөтә Рәсәй газ химияһы һәм индустрия паркы үҙәген төҙөү башланған.
Башҡортостан һәм Дания ғалимдары республикала сусҡасылыҡты үҫтереү мәсьәләләре хаҡында фекер алышасаҡ. Иртәгә Өфө ҡалаһында ошо темаға арналған форум асыла. Дания сусҡасылыҡ тармағы буйынса донъя лидерҙарының береһе булып тора. Был ил технологияһының ҡиммәтле тәжрибәһе ҡул көсөн ҡулланмауға ҡайтып ҡала, был иһә производствоны тулыһынса автоматлаштырыу иҫәбенә башҡарыла.
2012 йылдың беренсе кварталында барлыҡ финанслау сығанаҡтары иҫәбенә төп капиталға инвестициялар күләме 25 млрд һумдан ашыу тәшкил иткән. Был 2011 йылдағы ошо осорға ҡарата 108,5 процентҡа тиң. Торлаҡҡа – 7,7 млрд һум, торлаҡҡа ҡармаған биналарға 6,3 млрд һум күләмендә инвестиция һалынған.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.