RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

26.06.2012 Донъя яңылыҡтары

Мөһим сәфәр
РФ Президенты Владимир Путин Яҡын Көнсығышҡа ике көнлөк сәфәргә сыҡты.
Ул Израиль, Фәләстан һәм Иорданияға барырға ниәтләй.
Осрашыуҙарҙа һүҙ төбәктәрҙә именлек булдырыу шарттары тураһында барасаҡ, тип күҙаллана. Унда Сүриәләге хәл, Фәләстан менән Израиль араһындағы килешеү процесы, Ирандың ядро программаһы кеүек мөһим мәсьәләләр ҙә ҡарала.

Тыйыу ғына фажиғәләрҙе бөтөрөрмө?

Индонезия Президенты Сусило Бамбанг Юдхойоно Fokker F − 27 самолеттарын файҙаланыуҙы тулыһынса тыйҙы.
Улар Индонезияның Хәрби-һауа көстәре самолеттары иҫәпләнә.
Был үткән аҙналағы фажиғәгә бәйле. Индонезияла Fokker F – 27 самолеты һәләкәткә осрап, 11 кеше вафат булғайны. Осоп барышлай двигателе эшләүҙән туҡтаған һауа судноһы кешеләр йәшәгән ергә барып төшкән. Уның бортында ете хәрби булыуы билдәле. Улар һәм емереклектәр аҫтында ҡалған кешеләр һәләк булған, яраланыусылар ҙа күп.
Индонезияның был хәрби самолеттары ярты быуат буйы файҙаланылған. Улар Нидерландта эшләнгән. Һәләкәткә осрағанда ул техник тикшереү үтеү өсөн һауаға күтәрелгән. Дөйөм алғанда, был самолетта осҡан ваҡытта төрлө йылдарҙа 150 кеше һәләк булған.

Илселәр ҡайтарыла

Латин Америкаһының туғыҙ дәүләте Парагвайҙағы илселәрен ҡайтарып алған.
Үткән йәкшәмбелә был исемлеккә Мексика менән Перу ҙа эләккән.
Эш шунда: Парагвай башлығы илендәге ығы-зығы өсөн ваҡытынан алда вазифаһынан бушатылғайны. Унда 15 июндә полиция менән крәҫтиәндәр бәрелешкән һәм 17 кеше һәләк булған. Ошо сәбәпле урындағы парламент вәкилдәре Президентты вазифаһынан бушатырға ҡарар иткән. Тик был ҡарар менән донъяның бик күп илдәре риза түгел, улар протест йөҙөнән Парагвайҙан илселәрен ҡайтара.
Әле Парагвайҙы ваҡытлыса Федерико Франко етәкләй башлаған. Ул был илдә вице-президент вазифаһын үтәй.

АҡШ-та янғындар ҡотора

Америкала тәбиғәт янғындары арҡаһында 11 меңдән ашыу кеше эвакуацияланған.
Әлеге ваҡытта унда 800 гектар майҙан ут аҫтында ҡалған. Уттың тирә-яҡты тиҙ ялмап алыуы көндәрҙең ҡоро һәм елле тороуына бәйле.
Уттан зыян күргән штаттар властары урында янғындың ғәҙәттән тыш хәл булыуын билдәләй. Уларҙа йәшәүселәр үҙҙәренең көсө менән генә утты һүндерә алмауы хаҡында хәбәр итә һәм ярҙам һорай.
Л. СИРАЕВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә