26.06.2012 Башҡортостанда фән һәм техника өлкәһендә йәштәр премияһына документтар ҡабул ителә
2012 йылдың 1 июленә тиклем 2011 йыл өсөн Фән һәм техника өлкәһендә республика йәштәр премияһына документтар ҡабул ителә.
Премияның күләме быйылдан 150 мең һум тәшкил итә. Уға ғилми хеҙмәткәрҙәр, вуз уҡытыусылары, аспиранттар, докторанттар, шулай уҡ ауыл хужалығы белгестәре дәғүә итә ала. Дәғүә итеүселәрҙең йәше 35-тән артырға тейеш түгел. Ғилми тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре (дәүләт сере булған мәғлүмәттәрҙән тыш) матбуғат баҫмаларында донъя күрергә тейеш.
Материалдар БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығында ҡабул ителә.
С. НИЯЗОВА.