22.06.2012 Килешеүгә ҡул ҡуйылды
Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте менән «Рәсәй почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы араһында республикала почта элемтәһен камиллаштырыу һәм үҫтереү өлкәһендә үҙ-ара килешеп эш итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
«Рәсәй почтаһы»ның Башҡортостандағы филиалы эшмәкәрлеген яҡшыртыу документтың төп маҡсаты булып тора.
– Республикала «Рәсәй почтаһы»ның 1300-ҙән ашыу бүлексәһе иҫәпләнә. Ул – Башҡортостандағы ҙур предприятиеларҙың береһе, унда 10 меңдән ашыу кеше эшләй. Беҙ артабан да «Рәсәй почтаһы» менән тығыҙ бәйләнештәр булдырырға, үҙ-ара килешеп эш итеүҙең яңы юлдарын эҙләргә, хеҙмәттәшлек итеү даирәһен киңәйтергә тырышасаҡбыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов.
Почта элемтәһе хеҙмәттәре менән ҡулланыусыларҙың ихтыяжын тулыраҡ ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән берлектәге эшмәкәрлекте координациялау килешеп эш итеүҙең төп йүнәлеше булып тора. Артабан хеҙмәттәшлек итеү өсөн йәнә бер мөһим йүнәлеш – «Рәсәй почтаһы»ның фәнни, техник, мәғлүмәти һәм производство мөмкинлектәрен үҫтереү.