22.06.2012 Президент Еuromoney вәкилдәре менән осрашты
Санкт-Петербургҡа эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Euromoney компанияһының идара итеүсе директоры Нил Осборн һәм ойошманың Рәсәй һәм БДБ илдәре буйынса генераль вәкиле Александр Король менән осрашты.
Осрашыуҙа хеҙмәттәшлек итеү һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре тикшерелде. Euromoney нәшриәт төркөмө – финанс донъяһы эшмәкәрлеген яҡтыртҡан Европалағы ҙур компанияларҙың береһе. Бынан тыш, ойошманың Euromoney Conferences бүлексәһе лә бар, ул финанс-иҡтисади темаларға халыҡ-ара конференциялар һәм форумдар үткәреү менән шөғөлләнә. Euromoney Conferences Көнбайыш һәм Көнсығыш Европалағы, Яҡын Көнсығыш һәм Көньяҡ Америкалағы хөкүмәттәр менән эшләй. Йыл һайын донъяның 60 илендә 50-гә яҡын конференция һәм форум үткәрә, уларҙа 18 меңдән ашыу делегат ҡатнаша.
Осрашыуҙа Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов һәм БР иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин ҡатнашты.