RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Башҡортостан –әүлиәләр иле

15.06.2012 Башҡортостан –әүлиәләр иле

Халҡыбыҙҙың 120-нән ашыу әүлиәһе, изгеһе билдәле
ҡЫҘЫЛ ДИУАНА
2003 йылда Салауат районының Мөсәт ауылынан Әғзәм Йосоп улы Йосоповтан (1918 йылғы, һуғыш ветераны) яҙып алынды. (Атаһы Йосоп һөйләгән булған. Ул боронғо дини китаптарҙы күп уҡыған).
“ҡыҙыл диуана Борайҙан ине. Исеме Кәрим ине шикелле. ҡатыны Нәсибаш ауылынан булғас, шунда торҙо. Төҫө ҡыҙыл булғанға, кирәмәттар күрһәтә белгәнгә уны “ҡыҙыл диуана”, “суфый” тип йөрөттөләр.
Йыл һайын беҙгә, Йосоп, Солтан ҡарттарға килеп йөрөнө. Бер тапҡыр ҡыҙыл диуана Мөсәттән ҡайтырға сыға. Егеттәр уның аҡсаһын таларға сыҡҡанмы икән? ҡурҡытырғамы? ҡыҙыл диуана быларға кирәмәт күрһәткән – уның ике яғынан ике айыу тештәрен шығырлатһа, тегеләр ҡурҡып ҡаса”.

САМАТ МУЛЛА МЕНӘН
БУЛҒАН ХӘЛДӘР

2003 йылда Салауат районының Мөсәт ауылында йәшәүсе Фәсхетдин Шәмсетдин улы Ғайсин (1935 йылғы) һөйләне.
“Йосоп олатайымдың бажаһы Самат мулла үҙе менән булған хәлдәрҙе миңә ике тапҡыр һөйләне. Беренсе тапҡыр – Мәсетлелә, икенсе тапҡыр бында – Мөсәттә, олатайымдарҙа. Ул Арҡауылдан беҙҙең Борхан олатайҙың кейәүе, үҙе Монайҙыҡы ине.
Ул мулла булғас, граждандар һуғышы ваҡытында ҡыҙылдар быны атырға тип алып китә лә, төрмәгә ябып ҡуя. “Төрмәлә ултырам уйлап: “Ғүмер буйы мулла булдым, бер гонаһым да юҡ. Шуның өсөн атырҙармы икән? Их, ишекте асып, сығарып ҡына ебәрһәләр ине”. Бөтөн уйлаған уйым шул. Бер көндө килеп ишекте астылар, сыҡтым, артымдан бикләп ҡуйҙылар. Ауылға ҡайтырға сыҡтым, арттан бер кем дә ҡыуа сыҡманы. Аҙаҡ өйгә килеп тә эҙләп йөрөмәнеләр.
Икенсе тапҡыр шундай хәл һуғыш ваҡытында булды. ҡамауға эләктек. Бер төрлө лә ҡотолор әмәл юҡ. Шунда атайым килде лә, мине етәкләп алып сығып китте. Бик алыҫ ҡына алып барып: “Хәҙер бына шул яҡҡа атла, ауылға ҡайт, тик артыңа боролоп ҡарама. Һине бер кем дә күрмәҫ”, – тип әйтте. Мин шул атайым күрһәткән юл менән ҡайтып киттем. Ә атайым ысынында ул ваҡытта күптән мәрхүм ине. Уның рухы шулай ҡурсалап, һаҡлап йөрөгән. Атайым әүлиә ине”.
Граждандар һуғышы ваҡытында Монай ауылы халҡын сығарып аталар. Шунда кешеләрҙе теҙеп ҡуйғас, атыр алдынан ғына берәүҙе атаһы етәкләп алып китә. Быларҙы берәү ҙә күрмәй, аҙаҡ ул кеше был хәлде үҙе һөйләгән. Шул Самат мулла йә үҙе, йә ағаһымы, ҡустыһымы булған шикелле”.

МӘХИӘН СУФЫЙ

2003 йылда Йылайыр районының Матрай ауылынан Мәрғизә Садиҡ ҡыҙы Кәримованан (1925 йылғы) яҙып алынды.
“Мәхиән суфый Ярлыҡапов – атайымдың ағаһы. Мин уны олатай тип йөрөттөм. Ул Каруанһарайҙа мәҙрәсәне тамамлаған, яҡшы уҡыған. Шуға уҡытыусы хәҙрәттәре уға үҙенең таяғын бүләк итеп биргән.
Һуғыш ваҡытында почтальон булып эшләне. Ул мин тыумаҫ борон уҡ яҙмышымды әйткән. Аҙаҡ тыуасаҡ балаларымдың яҙмышын белеп ултырҙы. Олатайым килгән кешеләрҙе дауалай торғайны. Малдарҙы дауаланы, йылан арбаны. Бер кешене йылан саҡҡайны, шул йыланды саҡырҙы. Йылан беҙҙең тупһаға килеп, эсе ярылып үлде. Ә теге йылан саҡҡан кеше һауыҡты.
Ул ахырызаман тураһында: ”Алла, тигән кеше булмаҫ, аҡса, тип йүгерерҙәр. Бер эсемлек булыр, шуға ташланып йүгереп йөрөрҙәр. Эткә ҡойһаң – эт тә эсмәҫ ул эсемлекте. Атһыҙ арбалар сабып йөрөр. Атаһы улын танымаҫ, инәһе ҡыҙын танымаҫ, өлкәндәргә ҡәҙер бөтөр”, – ти ине.
Ирҙәр тураһында: “40 йәшендә ирҙәр үткер ҡылыстай, 70-тә – ерән төлкөләй, 80 йәштә һикереп атҡа менеп йөрөрҙәр, 90 йәштә туңҡайырҙар”, – тип һөйләгәне хәтерҙә.
Ул миңә: “Хәҙерге заман кешеләре төш юрай белмәҫ, мин үлһәм, төшөңдө шулай юрарһың: төшөңә күршең Сабирйән инһә – Хоҙай, сабыр бул, тиер. Һөйөндөк ағайыңды күрһәң – һөйөнөрһөң, ҡыуандыҡ ағайыңды күрһәң – ҡыуанырһың. Төш һөйләр кешең булмаһа – аҡҡан һыуға һөйлә. Һыу һинең төшөңдө юрар”, – тине”.

ӘҮЛИӘ ОЛАТАЙҘАР

2008 йылда Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәүсе Сәрүәр Хәлил ҡыҙы Тутаеванан (1929 йылғы) яҙып алынды.
”Беҙҙең шәжәрә былайыраҡ: Әбйәлил, уның улы Ғәбдел­моталлап, уның улы Мансур, уның улдары Хәйбулла менән Ғәбделғәфәр. Хәйбулланың улы Вәлиулла Бохарала уҡыған булған, 85 йәшендә үлде. Ғәбделғәфәрҙең улы Ғәлиулла ла Бохарала уҡыған, Асҡарҙа мәсет тотҡан, 1945 йылда 93 йәшендә баҡый донъяға күсте. Ғәлиулланың улы Хәлиулла ла мулла булған, 1965 йылда мәрхүм булды.
Ғәбделғәфәр олатайым хаждан ҡайтып килгәндә, ҡара диңгеҙҙә мәрхүм була. Башҡортостандан һигеҙ кеше барған була. ҡайтышлай карапты нимәлер туҡтата, диңгеҙгә тере кеше ҡорбаны кәрәк икән. Шунан караптағылар шыбаға тотоша, өҫкә олатайым сыға. Уны кәфенгә төрөп, тереләй диңгеҙгә ташлайҙар. Аҙаҡ был хәлде бер кеше килеп һөйләп китте.
Беҙ әзәй араһынан, “әзәй” “бире” тигәнде аңлата. Мансур олатайым бире йомшаған булған. Ул Иҙәш аръяғында, Илсен түбәһендә йәшәгән, йәйләүгә, Уралға күсмәгән. Иҙәштең эсендә арал, аралыҡ бар, шунда Мансур олатай бесән сапҡан. Салғыларын янып, сәнсеп китһә, икенсе көн килһә, бесән сабылған, ти. Унан, бесән кибеүгә тырма, һәнәк сәнсеп киткән. Иртән килеүенә бесән күбәгә һалынған була. Тағы килеүҙәренә кәбән һалынған була.
Шуға беҙҙе әзәй араһы тигәндәр. Вәлиулла олатай ошо иҫке зыяратҡа ерләнгән. Апайым ауырып киткәс, әсәйем беҙҙе зыяратҡа килтереп, апайымды олатайымдың ҡәберендә йоҡлатты, шунан ул йүнәлеп китте”.

Фәнирә ҒАЙСИНА,
Тарих, тел һәм әҙәбиәт
институтының фольклористика
бүлеге хеҙмәткәре.

(Дауамы. Башы 31, 33, 34, 36, 38, 40, 42, 44-се һандарҙа).










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә