02.10.2010 Өс һөйләм менән
Аҙыҡ-түлек баҙарында тауарҙарға хаҡтар ҡырҡа күтәрелә. Ошоға бәйле республиканың ауыл хужалығы продукцияһы етештереүсе тармаҡ берекмәләре, эшкәртеү предприятиелары һәм сауҙа ойошмалары араһында хеҙмәттәшлек итеүҙең дөйөм нигеҙҙәре һәм социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы көйләү тураһында килешеү төҙөлгән. Шуның нигеҙендә 1 октябрҙән Башҡортостанда «Социаль кәрзин» тигән акция старт алды.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов пенсионерҙарҙы, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын Халыҡ-ара ололар көнө менән ҡотланы. «Һеҙҙең иңегеҙҙә – көсөргәнешле хеҙмәт йылдары. Бөгөн һеҙҙең тормош тәжрибәгеҙ һәм аҡылығыҙ йәштәрҙе тәрбиәләүҙә, бай традицияларыбыҙҙы һаҡлап алып ҡалыуҙа һәм артабанғы үҫешебеҙҙә ҙур әһәмиәткә эйә», – тиелә ҡотлауҙа.
Билдәле Өфө яҙыусыһы Камил Йыһаншин абруйлы әҙәби конкурста лауреат булған. Санкт-Петербургта уға «Ижади илһам» конкурсының дипломы тапшырылған. Яҡташыбыҙға был награда ҡырағай хайуандар тураһындағы яҙмалары өсөн бирелгән.
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте халыҡ-ара күргәҙмә-йәрминкәнең дипломы менән бүләкләнде. Күргәҙмә 24 – 26 сентябрҙә Ашхабад ҡалаһында үтте. Унда Рәсәйҙән, Америка, Бөйөк Британия, Франция, Польша, Австрия, Төркиә, ҡытай, Һиндостан һәм башҡа илдәрҙән 160-тан ашыу күренекле нәшриәт йорто, полиграфия компанияһы һәм фирмаһы, ғилми-белем биреү үҙәге ҡатнашты.
Бөгөн Өфө ҡалаһында башланғыс профессиональ белем биреү учреждениеларының күргәҙмә-йәрминкәһе үтә. Спорт һарайы алдындағы майҙанда республиканың 93 һөнәрселек училищеһы һәм лицейы баш ҡала халҡына үҙе етештергән продукцияны тәҡдим итә. Быйылғы йәрминкә Республика көнөнә һәм башланғыс профессиональ белем биреү системаһының 70 йыллығына арнала.
7 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Төҙөүселәр союзының дөйөм йыйылышы уҙасаҡ. Унда 370-тән ашыу төҙөлөш компанияһы вәкиленең ҡатнашыуы көтөлә. Көн тәртибенә ҡайһы бер ойошмалары ағзалыҡтан сығарыу, үҙ-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре индерелгән, шулай уҡ йыйылышта ҡатнашыусылар норматив документтарға үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр хаҡында ла фекер алышмаҡсы.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.