19.06.2012 Таланттар баһаланды
Башҡортостан Республикаһында Мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан ошо өлкәнең талантлы шәхестәренә наградалар тапшырылды.
Бүләкләү тантанаһында һикһәнгә яҡын дәүләт һәм ведомство наградаһы бирелде. Рәсәй Федерацияһының Маҡтау грамоталарын Күмертау ҡалаһы, Илеш һәм Балтас райондарының мәҙәниәт учреждениелары етәкселәре алды. Республиканың Милли симфоник оркестрында уйнаусылар Башҡортостан Хөкүмәтенең Почет грамоталары менән бүләкләнде. Был коллектив профессиональ музыка сәнғәтенә ҙур өлөш индерә.
Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән Күгәрсен, Баймаҡ, Көйөргәҙе, Бишбүләк, Туймазы, Бәләбәй, Асҡын райондарының, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Өфө, Салауат һәм Сибай ҡалаларындағы мәҙәниәт учреждениелары билдәләне. Белорет ҡалаһының 250 йыллыҡ юбилейы айҡанлы был төбәктең мәҙәниәт учреждениеһы Рәсәй мәҙәниәт министрының, Башҡортостан Республикаһы Президентының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының аккомпаниатор-концертмейстеры Ғәли Алтынбаевҡа «Башҡортостандың халыҡ артисы» исеме бирелде. Бәрхәт тауышлы йырсыбыҙ һәм радио хеҙмәткәре Фәрүәз Урманшин менән Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Әлфиә Кәримованың да таланты дәүләт кимәлендә юғары баһаланды – улар «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» исеменә лайыҡ булды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры етәксеһе Ринат Ишмуллин «Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» исемен алды.