19.06.2012 Мылтыҡ тапҡан өсөн аҡса
Краснокама районында йәшәүсе бер балыҡсы “Симсон” моделле мылтыҡ табып алған. Үҙе әйтеүенсә, ҡорал Пенза йылғаһы тирәһендәге ҡыуаҡлыҡтарҙа ятҡан булған.
Балыҡсы, ҡорал тотоу ҡағиҙәләре менән таныш кеше булараҡ, табылған мылтыҡ тураһында шундуҡ урындағы полицияға хәбәр иткән. Хәҙер уға гражданлыҡ позицияһы өсөн бүләк тапшырыласаҡ – Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске Эштәр министрлығы балыҡсыға 2300 һум аҡса бирә.