08.06.2012 Өс һөйләм менән
Башҡортостандың ауыл хужалығы эшсәндәре сәсеүлектәрҙе тәрбиәләүҙе дауам итә. Бөгөн баҫыуҙарҙың 80 проценты самаһында химик утау үткәрелгән. Агротехник эштең был төрөн Архангел, Дүртөйлө, Ейәнсура, Ишембай, ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Саҡмағош райондары тәүгеләрҙән булып тамамлаған.
Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, Берләштерелгән двигатель эшләү корпорацияһы предприятиеһы булараҡ, 2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса федераль холдингыларҙың иң эре бүлексәһе исемлегенә инде. Ул рейтингыға экспорт күләме арҡаһында эләккән. Исемлектә алтынсы килеүсе предприятие ситкә 14,39 миллиард һумлыҡ тауар һатҡан.
Физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика реабилитация үҙәгенең уҡытыусы-логопеды Эльвира Зиннәтуллина Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған. Педагог «Социаль хеҙмәтләндереүҙең иң яҡшы эшсеһе» исеменә дәғүә итеп, үҙ йүнәлешендәге номинацияла беренсе урын алған. Бүләкләү тантанаһы бөгөн Мәскәүҙә уҙа, еңеүселәр Кремлгә лә саҡырылған.
Илеш районының Үрге Йәркәй ауылы янында данлыҡлы яҡташтары, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған һабантуй үткәрелә. 10 июндә уҙасаҡ байрамға күренекле осоусының туғандары һәм яҡындары, Өфөнән абруйлы ҡунаҡтар киләсәк. Ойоштороусылар үҙенсәлекле бүләк – авиация байрамы ла әҙерләй.
Өфөлә зоопарк төҙөлөүе ихтимал. Уны урынлаштырыу өсөн иң ҡулай вариант – Башҡортостан урмансылары паркы. Тик әле уның ташландыҡ хәлдә булыуын иҫәпкә алып, төҙөлөшкә инвесторҙар эҙләйҙәр.
Өфөлә спорттың ҡышҡы төрҙәре, туризм һәм актив ял буйынса халыҡ-ара конгресс асылды. Бында Рәсәйҙең тау саңғыһы спорты федерацияһы президенты, яҡташыбыҙ Светлана Гладышева ҡатнашлығында балалар спортына арналған пленар ултырыш та уҙҙы. Киләһе йыл ярымда республикала үтәсәк биатлон буйынса донъя чемпионаты, хоккей буйынса йәштәр беренселеге, халыҡ-ара балалар уйындары тураһында һүҙ ҡуҙғатылды.
А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.