05.06.2012 Өс һөйләм менән
Башҡортостанда ун райондың аграрийҙары мал аҙығы әҙерләү кампанияһын башланы. БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, барлығы 200 тонна бесән һәм мең тоннаға яҡын сенаж әҙерләнгән. Быйыл малды аҙыҡ менән тәьмин итеү өсөн ике миллион 356 мең тонна сенаж һәм бер миллион 600 мең тонна силос әҙерләргә кәрәк.
Иглин районында яңы МТС ойошторолдо. Был – райондың мәғлүмәт-консультация үҙәге нигеҙендә асылған республикалағы беренсе машина-технология станцияһы. Уны булдырыу өсөн район бюджетынан 5,6 млн һум аҡса бүленгән.
Республикала эҫелек 32 градустан юғары булғанда ҡаты япмалы юлдарҙа ауыр транспорт хәрәкәтенә 31 авгусҡа тиклем сикләү индерелде. Был сара трассаларҙы емерелеүҙән һаҡлау маҡсатында башҡарыла. Әйткәндәй, сикләү төнгө-таңғы ваҡытҡа (киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем) ҡағылмай.
РФ Мәғариф һәм фән министрлығы Рәсәй бюджеты иҫәбенә вуздарға ҡабул итеүҙең яҡынса һандарын билдәләне. Шул исемлек буйынса Башҡорт дәүләт университетына бакалавриат, белгес һәм магистратура йүнәлештәренә барлығы 1828 бюджет урыны бүленгән. Көндөҙгө бүлектең физика-математика төркөмдәре урыны тулыһынса һаҡланған, тәбиғи фәндәрҙеке 50-гә артҡан, ә бына иҡтисад һәм идара йүнәлешендә шаҡтай кәмегән – 81-ҙән 58-гә ҡалған.
Башҡортостандағы урман фонды ерҙәренең 657 мең гектары бөгөн ҡуртымда. Ошо уҡ ваҡытта уларҙың 98 проценты, йәғни 645 мең гектарҙан ашыуы ҡуртымсыларға ағас әҙерләүгә бирелгән. ҡалған өлөшө рекреацион эшмәкәрлек алып барыу, ауыл хужалығы һәм фәнни-тикшеренеү эштәре үткәреү, ер аҫтын геологик өйрәнеү, линия объекттары төҙөү һәм уларҙы файҙаланыу өсөн ҡулланыла.
Өфө ғалимдары Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү мәсьәләләре буйынса халыҡ-ара конференцияла ҡатнаша. Был сара бөгөн-иртәгә ҡаҙанда үтә. Татарстандың баш ҡалаһына Украина, Белоруссия, ҡаҙағстан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Дондағы Ростов, Өфө, Киров һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалалары вәкилдәре йыйылған.
Стәрлетамаҡта 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу акцияһы һөҙөмтәләрен барланылар. Перепись күрһәтеүенсә, шул осорҙа ҡалала 273 486 кеше йәшәгән. Иҫәп алыу барышында үҙ бурысын намыҫлы үтәгән 60-лап кеше иҫтәлекле миҙалдар менән бүләкләнгән дә инде, ә СДПА студенттары Артур Барсук менән Ғәлиә Йыһаншина Рәсәй Президенты хакимиәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ булған.
10 йыллыҡ тәнәфестән һуң «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Украинаның баш ҡалаһына даими осош тергеҙелде. «Өфө – Киев» маршруты буйынса рейстарҙы «Ямал» авиакомпанияһы аҙнаһына бер тапҡыр шәмбе көндәрендә башҡара. Маршрут селтәрен киләсәктә Украинаның Симферополь, Днепропетровск, Донецк кеүек ҡалаларына тиклем киңәйтеү ҙә мөмкин буласаҡ.
А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.