05.06.2012 Балалар йортонан сыҡҡан йәштәргә фатир асҡыстары тапшырылды
Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Өфөнөң ҡала мәҙәниәт һарайында үткән байрамда мәктәп уҡыусыларын ҡотларға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та килде.
– Мин был көндө Балалар көнө тип атайым, – тине республика башлығы. – Был көндө беҙ, ололар, хәйер, башҡа көндәрҙә лә, тормошобоҙҙо яҡшыраҡ, һеҙ уҡыған мәктәптәрҙе замансараҡ итеү тураһында уйлайбыҙ. Балалар был донъяны йәмлерәк итә.
Байрамда Башҡортостан Президенты менән Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов бөгөн юғары уҡыу йорттарында белем алған, производствола, төҙөлөштә, мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында эшләгән 14 йәш егет һәм ҡыҙға фатир асҡыстары тапшырҙы. Уларҙың күбеһенең ғаиләһе, балалары бар. Өфө ҡала советы депутаттары өй туйлаусыларға фатирҙарын йыһазландырыуҙа ярҙам күрһәткән: уларға мебель, һыуытҡыс, һауыт-һаба, яңы урында йәшәп китеү өсөн бөтөн кәрәк-яраҡты һатып алған.
Йәштәр республика Президентына торлаҡ менән ярҙам иткәне өсөн ихлас рәхмәтен белдерҙе һәм хәҙер үҙҙәренең киләсәккә ышаныс менән ҡарай алыуын билдәләне.
Әйткәндәй
Был көндө Рөстәм Хәмитов Өфөнөң Орджоникидзе районында реконструкциянан һуң асылған 29-сы балалар баҡсаһында булды. Унда 100 балаға иҫәпләнгән дүрт төркөм эшләйәсәк.
Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы Беренсе май урамында 1960 йылда асылған булған, әммә үткән быуаттың 90-сы йылдары башындағы демографик көрсөк арҡаһында уны 17-се спорт мәктәбе итеп үҙгәртеп ҡорғандар. Һуңғы ваҡытта тыуым артып, бөтә ил буйынса балалар баҡсаларында урындар етмәй башлағас, район хакимиәте мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы эшмәкәрлеген ҡайтанан тергеҙергә ҡарар итә. Спорт мәктәбе икенсе бинаға күсерелә, ә балалар баҡсаһында реконструкция башлана. «Реконстрой» фирмаһы үҙгәртеп ҡороу эштәрен сифатлы башҡарып сыға.
Дөйөм алғанда, Орджоникидзе районында балалар баҡсаларына сират мәсьәләһе ыңғай хәл ителә – бында 10 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы кире ҡайтарылған, яңылары төҙөлә. Йыл һайын 1,5 мең йүнәлтмә бирелә. Районда йәмғеһе 54 балалар баҡсаһы иҫәпләнә.
– 1 июлдән республикала бюджет өлкәһендә эшләүселәргә хеҙмәт хаҡын 15 процентҡа арттырыу планлаштырыла, – тине Президент. – Быға 3,5 миллиард һум аҡса талап ителә, әммә был аҙымға аңлы рәүештә барабыҙ. Балалар баҡсаларында эш хаҡын арттырырға кәрәк. 2015 йылға, әле булған өҫтәмә түләүҙәрҙе һаҡлап ҡалып, эш хаҡы буйынса уртаса республика кимәленә сығырға ниәтләйбеҙ.